Аҙыҡ туплау осоро05.09.2015
Баш ҡалабыҙҙа көҙгө йәрминкәләр гөрләй. Һатыу урындары бушлай бүленә. Шуға күрә ризыҡтарға хаҡ та баҙарҙағыға ҡарағанда 10 — 15 процентҡа арзаныраҡ. Өфө хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын көҙгө йәрминкәләргә 50 мең самаһы кеше килә.
Быйылғы уңыш майҙансыҡтары түбәндәге урындарҙа эшләй:
Дим районында Хаҡлыҡ урамындағы автомобиль юлында (Ухтомский урамынан Муса Йәлил урамына тиклем);
Калинин районында Интернациональ урам, 139 адресы буйынса; “Юлдаш” сауҙа-йәрминкә комплексында; “Шакша” сауҙа комплекс биләмәһендә; Баландин һәм Мушников урамдары киҫелешендә;
Киров районында Эшсе хәбәрселәр урамы, 5 — 7 адресы буйынса;
Октябрь районында Р. Зорге урамындағы 44-се йорт эргәһендәге майҙансыҡта, “Башҡортостан” сауҙа үҙәге янында, Королев урамындағы сауҙа комплексы алдындағы майҙанда (6 сентябрҙән, йәкшәмбенән, тыш);
Орджоникидзе районында С. Оджоникидзе исемендәге һарай алдындағы майҙанда, “Тирәктәр”, “Меркурий”, “Урал” сауҙа үҙәктәре янындағы майҙансыҡтарҙа;
Совет районында Комсомол урамындағы 18-се йорт эргәһендәге биләмәлә (6 сентябрҙән, йәкшәмбенән, тыш).