Өҫтөнлөк – йәштәргә05.09.2015
Башҡортостанда “Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индерелә. Төҙәтмәләр иҫәбендә омбудсмен вазифаһына кандидаттарҙы биш йәшкә “йәшәртеү” тәҡдиме лә бар. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре комитеты ултырышында ошо закон проектын тикшерҙе.
Проектҡа ярашлы, Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына тәҡдим ителгән кандидатураға талап, уны тәғәйенләү һәм вазифанан бушатыу тәртибе үҙгәрәсәк. Атап әйткәндә, абруйлы, юғары белемле, шулай уҡ кеше хоҡуҡтарын, азатлығын яҡлау өлкәһендә тәжрибәле, йәше 30-ҙан түбән булмаған Рәсәй гражданы тәғәйенләнә ала. Әлегә тиклем был вазифаны биләү хоҡуғы йәше 35-тән өлкәнерәк кешегә бирелә ине. Юғары белем дә мотлаҡ шарт булманы.
Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил федераль башҡарма власть органдары территориаль ойошмаларының ҡарарҙарына һәм ғәмәлдәренә бирелгән ялыуҙарҙы тикшереү кеүек өҫтәмә вәкәләткә лә эйә.




Вернуться назад