Дәүмәле күпме?05.09.2015
Республика Хөкүмәте ҡарары менән 2015 йылдың II кварталына Башҡортостанда йәшәү минимумы дәүмәле билдәләнде. Ул 8 976 һумға тиң.
Эшкә һәләтле халыҡ өсөн был күрһәткес – 9 549, пенсионерҙарға — 7 321, балаларға 8 976 һум тәшкил итә.
Әйткәндәй, Рәсәй төбәге кимәлендә билдәләнгән йәшәү минимумы социаль программаларҙы тормошҡа ашырғанда иҫәпкә алына. Уның нигеҙендә социаль яҡтан аҙ тәьмин ителгән кешеләргә ярҙам күләме асыҡлана.