Алдынғылыҡ һаҡланыр05.09.2015
“Башнефть” компанияһы элементар көкөрт етештереү буйынса ҡулайламаның яңы технологик линияһын сафҡа индерҙе. Проектҡа һалынған инвестиция күләме 2,4 миллиард һум тәшкил иткән.
Ҡулайламаны асыу тантанаһында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, “Башнефть” компанияһы президенты Александр Корсик һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнашты.
— Алдынғы технологиялар ҡулланылған яңы ҡулайламаны файҙаланыуға тапшырыу — нефть эшкәртеү комплексын яңыртыуҙа мөһим ваҡиғаларҙың береһе, — тине Александр Корсик. — Ошо өлкәләге эҙмә-эҙлекле эш компанияға Рәсәйҙә нефть эшкәртеү йәһәтенән технологик алдынғылыҡты һаҡлап ҡалыу, заводтарыбыҙҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу, ҡулланыусыларға юғары сифатлы продукция тәҡдим итеү генә түгел, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ла тос өлөш индереү мөмкинлеген бирә.
Һуңғы йылдарҙа составында көкөрт водороды булған газ күләме ярайһы уҡ үҫкән, “Башнефть-Өфөнефтехим” филиалындағы элементар көкөрт етештереү ҡулайламалары тулыһынса тиерлек эшкә йәлеп ителгән.