Әлшәйҙәр ылау ҡаршыларға әҙер05.09.2015
Әлшәйҙәр ылау ҡаршыларға әҙер Белгестәр фаразлауынса, быйыл республикала шәкәр сөгөлдөрөнән алынған уңыш былтырғынан кәм булмаясаҡ. Иң мөһиме — уны юғалтыуһыҙ йыйып алыу. Әлбиттә, төп көс “татлы тамыр”ҙы эшкәртеүселәр иңенә төшәсәк. Бынан бер нисә йыл элек Ҡарлыман шәкәр заводының сөгөлдөр ҡабул итеүҙе туҡтатыуы оло проблемаға әүерелгәйне. Предприятиеға яҡын урынлашҡан райондар айырыуса ҙур зыян күрҙе.
Әле иһә хәл башҡасараҡ. Бында ниндәйҙер кимәлдә Раевка шәкәр заводының яңы һулыш алыуының да өлөшө бар — предприятие тулыһынса төҙөкләндерелгән, заманса ҡо­рамалдар һатып алынған, ҡабул итеү пункты автомат­лаш­­тырылған һәм башҡалар.
— 10 сентябрҙән завод “тат­лы тамыр” ҡабул итә баш­лая­саҡ. Әле Әлшәй, Дәүләкән, Бүз­дәк, Саҡмағош, Йәрмәкәй, Ҡырмыҫҡалы, Бишбүләк, Миә­кә райондарының хужалыҡ­та­ры менән килешеү тө­ҙө­­гән­беҙ, 350 мең тонна сөгөлдөр эш­кәртергә иҫәп тотабыҙ, — ти “Раевка шәкәре” йәмғиәте директоры урынба­ҫары Владимир Григорьев.
Әлшәйҙәр ылау ҡаршыларға әҙер“Татлы тамыр”ҙы ҡабул итеү шарттары әүәлгесә ҡала, ти завод етәкселеге. Уңышты ташыуға бәйле барлыҡ транспорт сығымдарын (120 саҡ­рым­ға тиклем) предприятие үҙ өҫ- ­төнә ала. Бынан тыш, Ҡыр­мыҫ­ҡалы, Саҡмағош һәм Бүз­дәк райондарынан “татлы та­мыр”ҙы үҙ иҫәбенә ташыя­саҡ.
Ғөмүмән, предприятие 1984 йылдан бирле республиканың 150-гә яҡын хужалығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Заводта шәкәр ҡомо, патока, малсылыҡ өсөн ҡиммәтле аҙыҡ булып иҫәпләнгән ҡоро һәм гранулалы һығынды етеш­терелә. Владимир Григорьев әйтеүен­сә, быйыл шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы уртаса булмаҡсы. Быға ниндәйҙер кимәлдә май, июнь айҙарын­дағы эҫе көндәр тәьҫир иткән. Белгестәр “татлы тамыр”ҙың шәкәрлелек дәрәжә­һе юғары булырына өмөтләнә.
Былтыр “Раевка шәкәре” йәм­ғиә­те продукция алыу күр­һәткес­тәре буйынса Рәсәйҙәге ошо йүнәлештә эшләгән заводтар араһында 19-сы урынды билә­не. Элегерәк иһә тәүге унау исем­ле­ген­дә ине, күрәһең, конкуренттар модерни­зация­лауҙы әүҙе­мерәк үткәрә башла­ған. Шуға ла быйыл завод етәк­селегенең төҙөкләндереү эше­нә ныҡлап тотоноуына ғә­жәп­ләнәһе түгел. Яңыртыуға 98 миллион һум сарыф ителгән — камералы пресс-фильтрҙар, центрифугалар һатып алынған, ҡаҙанлыҡ төҙөкләндерелгән, әҙер продукцияны һаҡлау өсөн махсус келәт булдырылған һәм баш­ҡалар. Был киләсәктә технологик юғалтыуҙарҙы кәметеү, табышты арттырыу мөмкин­леген бирәсәк.
Завод етәкселеген борсоған проблемалар ҙа юҡ түгел. Был тәү сиратта юлдарҙағы үлсәү контроленә ҡағыла.
— Водителдәрҙең күбеһе нәҡ ошо ҡаршылыҡ арҡаһында килешеүҙәрҙе боҙорға мәжбүр, – ти Владимир Григорьев. – Аҙ ғына йөк менән йөҙәр саҡрым юл үтеү үҙен аҡламай. Ошо сәбәпле водителдәрҙең күбеһе башҡа урынға эшкә күсә. Әйткәндәй, Татарстанда үлсәү контроленең ҡағиҙәһе сөгөлдөр ташыған йөк машиналарына ҡағылмай.
Республиканың Ауыл ху­жа­лығы министрлығы “татлы та­мыр”ҙы баҫыуҙарҙан октябрь аҙағына тиклем алып бөтөргә тигән күрһәтмә бирҙе. Ғөмүмән, бөгөн тармаҡты үҫтереү өсөн уңайлы шарттар бар тип бил­дәләнә. Был продукцияны күп­ләп етештергән Украина менән мөнәсәбәт һалҡынайҙы, Латин Америкаһында иһә шә­кәр ҡамы­шын эшкәртеүҙең түбәнә­йеүе күҙәтелә. Тимәк, үҙебеҙ­ҙең аграрийҙарға уңыш­ты ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк.






Вернуться назад