“Һеҙҙең кеүектәргә ил таяна”05.09.2015
“Һеҙҙең кеүектәргә ил таяна” Изге ниәттә, халыҡ, ил мәнфәғәтендә башҡарылған хеҙмәт баһаланмай ҡалмай. Республика етәкселегенең уңғандарҙы даими бүләкләп, дәртләндереп тороуы – быға аныҡ дәлил.

– Тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! – тине юғары дәүләт наградаларын тапшырыуҙың сираттағы танта­на­һында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп. – Һәр кемегеҙ намыҫлы эше менән республикабыҙға ҙур файҙа килтерә. Һеҙҙең кеүектәргә ил таяна. Киләсәктә лә башҡаларға өлгө күрһәтеп йәшәүе­геҙҙе, тағы ла юға­рыраҡ үрҙәр теләйем.
Хеҙмәт алдынғыларының йөҙөндә – ҙур ҡәнәғәт­лек тойғоһо. Мәҫәлән, Рус дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Михаил Раби­новичтың күкрәген хәҙер Халыҡтар дуҫлығы ордены биҙәй.
– Беҙҙең коллективта төрлө милләт вәкилдәре татыу хеҙмәт итә, – тине ул. – Ғөмүмән, рес­пуб­ликабыҙҙа барлыҡ халыҡтар хәстәрлек тойоп йәшәй. Был һәммәбеҙҙе лә һөйөндөрә.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Франис Сәйфуллин һәм Өфө ҡалаһы хакимиә­те башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов иһә республиканың иң мәр­тә­бәле награ­даларының береһе – Салауат Юлаев ордены – менән бүләкләнде.
– Әле илебеҙ еңел булмаған осорҙо кисереүенә ҡарамаҫтан, ауырлыҡты тоймайбыҙ, – тине Франис Асҡарйән улы. – Был, һис шикһеҙ, республика­быҙ Башлығының дөрөҫ сәйәсәт алып барыуына бәйле.
Тантанала мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә эшенә лайыҡлы баһа алып һөйөндө. Мәҫәлән, думбырасы Гүзәл Үмәрғәлина һәм йырсы Алена Завьялова Башҡортостандың Почет гра­мо­таһы менән бүләкләнде. Башҡа тар­маҡ эшсәндәре лә ситтә ҡалманы. Әй­тәйек, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Хәсәнов “Башҡортостандың атҡаҙанған иҡти­садсыһы” тигән маҡтаулы исем алды.
Былтыр республика Башлығының сифат өлкә­һендәге премияһы лауреаттары булған ойошма-предприятие коллективтары ла бүләкләнде. Улар араһында Өфө дәүләт нефть техник университеты, баш ҡаланың 8-се клиник дауаханаһы, Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалар заводы, Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты бар.





Вернуться назад