Донъя кимәлендә үткәрелгән саммиттар алдынан Өфө ныҡ үҙгәрҙе, ҡупшыланды, тигәстәр, уҡыу йылы алдынан ейәнем менән баш ҡалаға сәфәр ҡылдыҡ. Ысынлап та, тау башында балҡыған Өфөбөҙ һоҡланғыс булып яңырған, гөл-сәскәгә күмелгән, бейек, күҙҙе ҡамаштырырлыҡ йорттар, ҡунаҡханалар хасил булған, уңайлы, киң юлдар ҙа һалынған.Тик Ағиҙел ярында ғорур баҫып торған батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәле генә бер аҙ аптырашта ҡалдырҙы: элек ул көл төҫөндә булһа, хәҙер йәп-йәшел икән. Атының ялы – көрән. Ғәҙәттә, һәйкәлдәрҙе ҡарараҡ, “етдиерәк” итеп буяйҙар, ә беҙҙең батырыбыҙ күҙгә ят, сағыу бер төҫтә. Өфөгә килгән һәр ҡунаҡ был майҙанды күрмәй ҡайтмай тиерлек, ә уларҙы “йәшел батыр” сәләмләүе әллә нисек кеүек...