Был донъяға юҡҡа килмәгәнбеҙ04.09.2015
Был донъяға юҡҡа килмәгәнбеҙ Дин – мәңгелек төшөнсә. Уны Аллаһ Тәғәлә тарафынан әҙәм балалары күңелендә изгелек тәрбиәләү өсөн ебәрелгән ҡанун-ҡағиҙә тип беләбеҙ.

Ауылыбыҙ борон-борондан динле, мәсетле булған. Байрамдар мәлендә беҙҙең иман йортона Ҡаңны-Төркәй, Ҡыҙрас, Ҡоръятмаҫ, Ташлы, Торонтайыш ауылдары муллалары ла килеп, аҙан әйтеп, Ҡөрьән уҡып киткән.
Уҙған быуаттың 60-сы йылдары башында иһә мәсеттең манараһын емер­ҙеләр. Бөтөн ауыл халҡының шул ваҡиғаны тетрәнеп күҙәткәне, күҙ йәшен һөртөп таралғаны иҫтә ҡалған. Ләкин ауылдаштарым мәсет юҡ тип динде инҡар итмәне: ураҙа тотто, ҡанға һеңгән ҡанундарға буйһоноп йәшәргә тырышты.
Минең ике нәнәйем дә дини ке­ше­­ләр ине. Көнөнә биш намаҙын ҡал­дыр­майынса, ураҙа тотоп, әҙәп­лелеге, иплелеге менән һоҡ­лан­ды­рып ғүмер иттеләр. Икеһе лә Ҡөрь­әнде яттан белә торғайны. Бала саҡтан уҡ ҡояш ҡалҡмаҫ элек улар менән бергә уянып, сәхәр эсеп, кис­кеһен тәмле итеп ауыҙ асы­уыбыҙ кү­ңелгә яҡты хәтирә булып уйылған. Нәнәйҙәрем беҙгә ар­тыҡ өгөт-нәсихәт уҡыманы, үҙ өл­гөһөндә дингә яҡынайтып үҫтерҙе.
Ете балалы ишле ғаиләлә мин иң өлкәне инем. Өс һеңлем, өс ҡустым булды. Уларҙы ҡарау, өй мәшә­ҡәт­тәре минең иңгә төшә торғайны. Мәк­тәпте, унан Бәләбәй ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, армияла хеҙ­мәт итеп, тыуған төйәгемдәге Жданов исемендәге колхозда механик булып эш башланым. Ҡәҙерле нә­нәйҙәрем бер-бер артлы баҡыйлыҡҡа күсте. Тик уларҙың биргән ғилеме, тәр­биәһе күңелемә мәңгелеккә уйыл­ғайны. Гелән дингә тартылдым, Ҡөрьән мәжлестәренә йөрөнөм. Алтмыш йәште уҙғас иһә ныҡлап намаҙға баҫтым, йәнемә ләззәт, рәхәтлек алдым. Дин бит күңелгә тыныслыҡ бирә, изгелеккә, мәрхәмәтлеккә әйҙәй, тәнде сихәтләндерә, пакландыра.
Әл-хәмдү лил-ләһ, ауылдаштарым бер-береһе менән ифрат татыу, бер­ҙәм. Шатлыҡ-ҡыуанысты ла, ҡай­ғыны ла уртаҡлашып йәшәйбеҙ. Ә бындай һыҙаттың нигеҙе – динлелектә, мәр­хәмәтлектә, изге күңелле булыуҙа. Атай-әсәйемә килгәндә, улар ғүмер буйы колхозда хеҙмәт итте. Атайым заманына күрә уҡымышлы кеше ине. Урындағы хужалыҡта хисапсы, унан ревизия комиссияһы рәйесе булды. Буш ваҡытында сана, арба тәгәрмәстәре яһаны, балта оҫтаһы ине. Әсәйем иһә төрлө эштә йөрөнө: бесән дә сапты, сөгөлдөр ҙә утаны. Күмәк баланы үҫтереү ҙә ҡә­ҙер­леләремә еңелдән булмағандыр.
Беҙҙе эшһөйәр, кешелекле итеп тәрбиәләне атай-әсәйебеҙ. Һәр ваҡыт ҡулына “Ҡөрьән Кәрим” тот­ҡан нәнәйебеҙҙең дә күр­кәм тәрбиә алыуыбыҙҙа өлөшө ба­һа­лап бөт­көһөҙ. Ҡәҙерлеләребеҙ биргән һа­баҡҡа тоғро ҡалып, “бис­милләһ”һеҙ ри­зыҡҡа үрелмәйбеҙ, эш баш­ламайбыҙ, “Аллаһу әкбәр” итмәйенсә, өҫтәл янынан тороп китмәйбеҙ. Алдашыуҙың, урла­шыуҙың харам икәнен күңелгә ныҡлы һеңдергәнбеҙ.
Техникумда алған белемем тор­мош­та ҙур теләк булды. Эшһеҙ тор­ға­ным­ды хәтерләмәйем. Ҡайҙа ғына хеҙ­мәт итһәм дә, кәрәкле белгес инем. Ҡатмарлы һынауҙар аша үттем, әл-хәм-дү лил-ләһ, һынманым, һы­ғылманым. Әле, хаҡлы ялда булһам да, эштән туҡтағаным юҡ. Уҡыу комбинатында йәштәрҙе һөнәр серҙәренә өйрәтәм, ҡыҙыма терәк-таяныс булырға тырышам.
Үткәндәремә, бөгөнгөмә күҙ һалам да шундай фекергә киләм: ергә бер әҙәм балаһы ла юҡҡа ғына килмәгән. Уйлай белгән һәр кем донъяның ка­миллығын, дөрөҫ йәшәү за­рурлығын аңларға тейеш. Иманың ныҡлы икән, тә­нең менән йәнең дә саф, таҙа, тыныс була. Ошоға инанып йәшәйем бөгөн, әл-хәмдү лил-ләһ. Изгелек таратып йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Бер-беребеҙгә ҡарата мәрхәмәтле, шәфҡәтле, иғтибарлы, ихтирамлы булайыҡ!







Вернуться назад