Йәнебеҙгә ләззәт алып...04.09.2015
Йәнебеҙгә ләззәт алып... Нарыҫтау түбәһендә аталы-уллы сәхәбәләр Зөбәйер ибн Зәйет менән Абдрахман ибн Зөбәйер ерләнгән. Уларҙың исем-шәрифе яҙылған һәйкәл аҡ тимерҙән эшләнгән селтәрле тирмә менән уратып алынған. Тауҙың аҫҡы яғында – мәсет, тағы түбәндәрәк һыуыҡта ла туңмай торған Изге Ғәли шишмәһе аға.

Беҙ, Бүздәктең өлкән йәштәгеләре, шул урынға сәйәхәт ҡылдыҡ. Төркө­мө­бөҙҙә 14 кеше ине. Арабыҙҙа ра­йон­дың ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Әл­фиә Барый ҡыҙы ла булды. Сараны ойоштороуға Ҡаңны-Төркәйҙән Мәхмүзә Шәғәлиева айырыуса күп көс һалды. Шул уҡ ауылдан Рөстәм Ша­фи­ҡов, өлкәндәрҙең үтенесен ҡабул итеп, уларҙы шәхси “ГАЗель” маши­на­һында алып йөрөнө. Сәйәхәткә иң ныҡ һөйөнгән кеше, моғайын, уның әсә­һе Рима булғандыр. Апайҙың быуындары һыҙлай икән. Ғөмүмән, бын­да күптәр сихәт алыу ниәте менән килгән.
Иң тәүҙә мәсеткә инеп хәйер һал­дыҡ. Сәфәргә килгәндәр ифрат күп икән. Шишмә һыуын һауыттарға тултырып алалар. Улар менән ихлас аралаштыҡ, бында бер нисә тапҡыр булғандар фәһемле кәңәштәрен бирҙе. Изге һыуҙы рәхәтләнеп эстек, туғандарға, дуҫтарға алдыҡ. Ҡойоноу өсөн эшләнгән махсус урында шишмәгә өсәр тапҡыр сумып сығыу айырыуса оҡшаны, тәнебеҙ ҙә, йәнебеҙ ҙә ләззәт кисерҙе.
Аҙым һайын теләктәребеҙҙе әйтеп, белгән аяттарыбыҙҙы уҡып, доға ҡы­лып йөрөнөк. Тау битләүендә төрлө дарыу үләндәре күпләп үҫә икән. Уларҙың ҡайһыһын ниндәй ауырыуға ҡаршы ҡулланырға кәрәклеге хаҡында бер-беребеҙгә кәңәштәр бирҙек. Аҙаҡ милли ризыҡтарҙан табын ҡоролдо, киләсәктә башҡараһы эштәр барланды. Дәртләнеп, йәш саҡтағы кеүек илһамланып сыҡтыҡ ҡайтыр юлға. “ГАЗель” эсендә иһә ауылыбыҙ аҡһаҡалы Марат Кәримов баянын тартып ебәрҙе...






Вернуться назад