Һөттән эшләнгән милли ризыҡтарыбыҙға йылдан- йыл нығыраҡ өҫтөнлөк бирә башлауыбыҙ — ҡыуаныслы күренеш. Һуңғы ваҡытта аҡ майҙы (күбекмай) эшләүселәр ҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалғайны. Хәйер, бала саҡтан уны нисек эшләүҙәрен күреп, үҙем дә булышып ҡарағас, аҡ майҙың тәмле һәм татлы булыуы минең өсөн ят түгел. Шуғалыр ҙа борондан ҡалған шөғөлдө үҙ итеүселәрҙе эҙләп, күҙәтеп йөрөнөм, әммә ошоғаса осратырға тура килмәне.Шулай ҙа таптым ундай оҫтаны. Ҡайҙа тиһегеҙме?! Әбйәлилдә! Әлмөхәмәт ауылында йәшәүсе Фәйлә Кәримованың нисек итеп аҡ майҙы төшөргәнен күҙәтергә насип булды. Ә уның айранының ниндәй тәмле һәм файҙалы икәнен күптәр әле белмәйҙер ҙә.
Аҡ майҙы бешеү өсөн 15 литр һөттән ойотҡан (ҡатыҡ) яһайбыҙ. Алдан әҙерләнгән бер литр ҡаймаҡҡа ике ҡалаҡ ойотҡан туғып, 10 сәғәт тирәһе ултыртып ҡуябыҙ. Ҡаймаҡты болғатып торорға ла мөмкин, ул әсерәк булырға тейеш. Артабан алдан әҙерләнгән ойотҡанды ағас көбөгә ҡойоп, бер аҙ туғыйбыҙ. Әҙер массаға ҡаймаҡты ағыҙабыҙ ҙа бешкәк менән болғатабыҙ. Майҙы килтереп сығарыу бик оҙаҡ ваҡытты ала, шуға күрә уны эшләүҙә бер нисә кешенең ҡатнашыуы кәрәк, йәғни эш алмашлап башҡарыла. Аҡ май төшә башлаһа, ул көбө ситенә йәбешеп йомарлана. Шул саҡта хужабикәнең тиҙерәк төшөрөү өсөн тағы ла нығыраҡ туғыуы талап ителә. Артабан, килеп сыҡҡан ҡатнашманы айрандан айырып, махсус һауытҡа һалабыҙ.
Ашҡаҙаны ауыртҡан кешегә аҡ май ашау бигерәк тә файҙалы. Элегерәк уны йәш балаға ла биргәндәр. Башҡа майҙарҙан аҡ май үҙенең еңел үҙләштерелеүе һәм шифалыраҡ булыуы менән айырыла. Ә айраны хаҡында әйтеп тораһы ла түгел! Уны даими эскән кеше сирҙең нимә икәнен белмәгән.
Фәйлә Зәки ҡыҙы әйтеүенсә, өләсәйҙәрҙән ҡалған шөғөлгә ул йылына бер нисә тапҡыр тотоноп ала. Бигерәк тә ҡыш, яҙ аҡ май бешеп, айранын эсеп алабыҙ, ти.
Кешенең дөрөҫ туҡланыуы һаулығына ҙур йоғонто яһауын милли ризыҡтарыбыҙҙы үҙ итеүселәрҙең сәләмәтлегенә аҙыраҡ зарланыуында ла күрергә була. Өҫтәлдәребеҙҙә ҡымыҙ, буҙа, айран йышыраҡ урын алһа, үҙебеҙ аҡ май (күбекмай), талҡан, ҡорот, эремсектәрҙе йышыраҡ ҡулланһаҡ, милләтебеҙ һау-сәләмәт булыр, борондан ҡалған шөғөлдәребеҙ ҙә юғалмаҫ.