“Атайым алдындағы бурысымды үтәнем”04.09.2015
“Атайым алдындағы бурысымды үтәнем” Мин тормошта, оло маҡсат ҡуйып,
Бары алға табан атланым.

Рәшит Шәкүр.

Һәр кемдең тормошонда билдәле бер осорҙо, ваҡиғаны хәтерләтеп тороу­сы, ҡәҙерләп һаҡланған әйбере була. Уҡыу йылдарына беҙҙе сығарылыш кисәһендәге фотоһүрәттәр алып ҡайтһа, яратҡан ҡурсаҡ, уйынсыҡ машиналарыбыҙ бала саҡ иленең иң гүзәл мәлдәрен тағы бер тапҡыр кисерергә ярҙам итә.
Медицина фәндәре докторы, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, профессор Зиннәт Бикбулатовтың эш бүлмәһендә элеүле торған сувенир сабата шәхестең һуғыш осорондағы бала сағы символы ғына түгел, ул — милләттәшебеҙгә фән өлкәһендә юғары ҡаҙаныштар яулауға ынтылыш уятыусы ҡәҙерле ҡомартҡы ла.


Зиннәт Төхвәт улы һуғыш осоронда мәктәпкә сабата кейеп йөрөргә мәжбүр була. Шулай итеп, һыуыҡ ҡыштың бер иртәһендә, малай, ғәҙәтенсә, берен­селәрҙән булып белем усағына йүгерә. Был көндә ҡар бигерәк күп яуа, һәм Зиннәттең сабатаһы һыуланып, аяғы өшөй башлай. Малай йылыныр өсөн мәктәпкә инә һалып, мейескә һыйына һәм тәҙрә аша класташтарының ғәмһеҙ генә уйнап йөрөүҙәрен күҙәтә башлай. Ә Зиннәттең уйын-көлкөгә мөмкинлеге юҡ. Малайҙың күҙенә мәктәп ихатаһында йөрөгән яҡшы кейемдәге уҡытыусы ағай һәм колхоз рәйесе лә салынып ҡала. Шул саҡ Зиннәт, күккә ҡарап, күптән инде Польша янындағы ҡаты яуҙа ятып ҡалған атаһы Төхвәтте иҫкә төшөрә лә: «Атайым беҙҙең өсөн йәнен бирҙе. Миңә “башың эшләй, аҡыллыһың” тиҙәр, ауырлыҡтарға ҡарамай, ҙур уҡыу йортон бөтөрәсәкмен. Ошо ағайҙар кеүек белемле буласаҡ­мын», — тип үҙенә һүҙ бирә.
Вәғәҙәһен тота Зиннәт Төхвәт улы: профессор, академик дәрәжәһенә өлгәшә, 200-ҙән ашыу ғилми һәм фәнни-методик хеҙмәт, юғары уҡыу йорттары өсөн ике дәреслек яҙа, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй әһәмиәтендәге, Башҡорт­остан һәм Силәбе өлкәһе кимәлендәге фәнни конференцияларҙа ҡатнаша.
Тормошом ошо сабатанан башланды, шуны иҫемдән һис кенә лә сығармая­саҡмын, тигән ниәт менән сувенир аяҡ кейемен Мәскәүҙән алып ҡайтып, өйөнөң түренә элеп ҡуя ғалим.
Зиннәт Төхвәт улының тап медицина өлкәһен һайлауында олатаһы Хәлиул­ланың да өлөшө бар. Хәлиулла ҡарт бик белемле, диндар кеше була. Ғәрәп телендә медицина буйынса ҡалын-ҡалын китаптар уҡый, дауалау менән дә шөғөлләнә. Таш келәтендә ул төрлө файҙалы үләндәр һаҡлай, май айында һары май йыйып ҡалырға тырыша. Аҙаҡ ҡышын шуға төрлө еләк-емеш ҡушып, дарыуҙар яһай. Зиннәт Төхвәт улына ул: «Медицина буйынса уҡы, улым», — тип йыш ҡына ҡабатлар булған.
Хәлиулла ҡартҡа хатта Ырымбур өлкәһенән, Ҡаҙағстандан да сирлеләр килгеләгән. Ул революцияға тиклем бик етеш йәшәй. Сәйәсәт үҙгәреп киткәс тә, юғалып ҡалмай. Барлыҡ малын колхозға бирә һәм ошо аҙымы менән ғаиләһен бәләнән ҡотҡарып ҡала. Ул заманда совет ҡанундарына буйһонмаусылар менән һүҙ ҡыҫҡа булған бит инде. Әйтәйек, уның бер туған ҡустыһы, хәләл көсө менән тапҡан малын бүлешергә теләмәгәс, ғаиләһе менән һөргөнгә ебәрелә. Аҙаҡ ҡына ишетеп беләләр: ир-егеттәрҙе теплоходҡа ултыртып батырғандар, ә ҡатын-ҡыҙ менән балалар сит ерҙә ас-яланғас көйө эшләргә мәжбүр ителгән.
Йән биргәнгә йүн бирә, тигән кеүек, Хәлиулла ҡарт бер һыйырын егеп тә йөрөй, һөтөн дә эсә, башҡаларға ла өлөш сығара. Ҡыяр, ҡабаҡ, ашҡабаҡ үҫтерә, ейәндәрен һыйлай. Зиннәт мәктәпкә барғанда ла, ҡайтҡанда ла олатаһына инеп йылыныр була.
— Беҙ бик ярлы йәшәнек. Күп михнәттәр кисерергә тура килде... — Зиннәт Төхвәт улы бала сағын тыныс ҡына иҫләй алмай.
Һуғыш бөткәс, тормош бер аҙ яйлана башлай. Әммә Бикбулатовтар ғаилә­һендә барыһы ла үҙгәрешһеҙ ҡала. Атаһынан үлем хәбәре килһә лә, Зиннәт уны йылдар буйы көтә. Шулай, бәһлеүән кәүҙәле атаһы бер көн ҡайтып инер ҙә Зиннәтте, ҡустыһын һәм әсәһен был ауырлыҡтарҙан ҡотҡарыр кеүек тойола уға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хыялы тор­мошҡа ашмай.
Мәктәп йәше етһә лә, Зиннәттең уҡырға мөмкинлеге булмай. Шулай ҙа ныҡыш малай 8 йәшендә мәктәпкә бара. Уҡыу кәрәк-яраҡтары алалар, ике туған ағаһы сабата үреп бирә.
— Класта ултырған һәр баланан уҡытыусыбыҙ: “Ниндәй һөнәрҙәр белә­һегеҙ?” — тип һораны. Кемдер һанап күрһәтте, кемдер уҡый белә ине. Миңә сират килеп еткәс, белем алырға теләгем ҙур, әммә әлегә һандарҙы ла, хәрефтәрҙе лә белмәйем, тип яуап бирҙем, — тип хәтерләй мәктәп йылдарын Зиннәт Төхвәт улы.
Шулай итеп, ул тырышып белем ала башлай. Уҡыуҙағы уңыштары өсөн уға колхоздан өс метр аҡ туҡыма бүләк итәләр. Әсәһе унан күлдәк, салбар тегеп бирә. Тик класташтары «ҡуян» тип ирештергәс, малай, ғәрләнеп, яңы кейеменә башҡаса ҡағылмай ҙа.
Йәй еткәс, ағаһы Зиннәткә күбә тарттырыу эшенә сығырға кәңәш итә. Малайға ҡолонло бейә биреп ҡуялар. Һигеҙ йәшлек бала тыңлашмаған мал менән көнө буйы интегә, әллә нисә тапҡыр ҡолап төшә. “Нисә “трудодень” эшлә­нем?” тигән һорауға “0,85” тигән яуапты ишеткәс, Зиннәт, рәнйеп, башҡа сабынлыҡҡа килмәй. Ауыл янындағы утарҙа мал көтә башлай. 125 һум эш хаҡы алғас, малай өҫ-башын бөтәйтә һәм, ҡәләм, дәфтәрҙәр алып, яңы уҡыу йылын башлай.
Тыуған ауылы мәктәбен тамамлағас, Абзан ауылында белем алыуын дауам итә. Ике туған ағаһы Зөлҡәрнәйҙең йортонда тора. Ете класты тамамлағас, һөнәрселек училищеһына барырға ниәтләнә, әммә май сәнәғәте конто­раһына эшкә урынлашырға ҡарар итә. Бер ваҡыт ул райондың мәғариф бүлеге мөдире булып эшләп йөрөгән элекке класс етәксеһе Миҙхәт Байназаровты осрата. Ул малайҙы урыҫ телен ныҡлап өйрәнергә күндерә. Мәктәп директоры Зиннәтте, урыҫ телендә уҡый алмаҫ тип, яңынан етенсе класҡа ултырта. Уҡыу йылын уңышлы тамамлағас, Зиннәтте Рәми Ғарипов исемендәге 1-се мәктәп-интернатҡа ебәрергә булалар.
Үҫмер егет яңы урынға бик тиҙ өйрәнеп китә. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, уҡыу советы рәйесе, комсомол комитеты секретары вазифаларын башҡара.
Интернатты тамамлауға Зиннәткә 20 йәш тулған була. Ул өс йыл Ново­сибирскиҙағы ракета ғәскәрендә хеҙмәт итә, армиянан һуң Башҡортостанға ҡайтып, юғары уҡыу йортонда белем алырға уйлай. Әммә был юлы ла яҙмыш уны һынай.
— Хеҙмәтте тултырып, ҡайтыу ваҡыты еткәс кенә, беҙҙе ракета осороу өсөн Ҡаҙағстанға ебәрҙеләр. Бик һуң әйләнеп ҡайттыҡ. Уҡыу йортона документ ҡабул итеүгә бер көн ҡалғайны. Өфөгә бер көндә барып етеп булмай, шуға документтарымды Новосибирскиға тапшырырға ҡарар иттем, — тип дауам итте әңгәмәне Зиннәт Төхвәт улы.
Часть командиры Зиннәткә асыу һаҡ­лаған була, шуға, форсаттан файҙа­ланып, аяҡ салырға тырыша. Был осраҡта ла Зиннәт юғалып ҡалмай, атаһына биргән вәғәҙәһен үтәү өсөн төнөн часть командиры урынбаҫарының өйөнә килеп тәҙрәһен шаҡый һәм үтенесен аңлата. Тәртибе, яуаплылығы менән хөрмәт яулаған егеткә подполковник ярҙам итә. Ул ҡырҡ минут эсендә һалдатҡа кәрәкле документтарҙы әҙерләп бирә.
Шулай итеп, Зиннәт Новосибирск медицина институты студенты булып китә. Тырышып уҡый ҙа, бер үк ваҡытта янғын һүндереү хеҙмәтендә диспетчер булып та эшләй. Төркөм старостаһы итеп һайлап ҡуялар, партком ағзаһы булып тора. Аҙаҡ туған институтында эш башлай. Оҙаҡ­ламай өйләнә, аспирантураны ваҡы­тынан алда тамамлай, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1979 йылда СССР Медицина фәндәре академияһы Себер бүлегенең Кеше физиологияһын фәнни-тикшереү институтына эшкә саҡыралар. Унда өлкән фәнни хеҙмәткәр, фән лабораторияһы мөдире була.
Оҙаҡ йылдар фән менән шөғөл­лән­гәндән һуң, уҡытыу эшенә күсергә ҡарар итә Зиннәт. Саҡырыуҙар араһында Силәбе лә була. Тыуған Башҡорт­останына яҡыныраҡ булыр тип, ул Көньяҡ Уралды һайлай. Оҙаҡ йылдар Урал дәүләт физик культура университетында анатомия кафедраһы мөдире булып эшләй.
Аҫаба башҡорт еренә күсеп килгәс тә, милләттәшебеҙ дәррәү йәмәғәт эшенә сума. Милли хәрәкәт көсәйгән осорҙа — туҡһанынсы йылдар башында — өлкәләге башҡорт халыҡ үҙәген етәкләй. 1995 йылда 75 делегат менән берлектә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына килә. Зиннәт Төхвәт улының шундағы сығышына ҡолаҡ һалып, 1997 йылда Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге асыла. Баш ҡаланан дәртләнеп ҡайтҡан бер төркөм милләттәшебеҙ өлкәләге район, ауылдарҙа ҡоролтайҙың утыҙлаған филиалын булдыра.
Зиннәт Төхвәт улының ғаиләһендә ике бала үҫә. Улы ла, ҡыҙы ла атаһының юлынан киткән. Бөгөн уҙаман хаҡлы ялда. Ике ейәнен, бер ейәнсәрен ҡараша. Башҡортса барған концерт, тамашаларҙы ҡалдырмаҫҡа тырыша.
Тормош юлыбыҙҙа осрар ауырлыҡ­тарҙың һанын беребеҙ ҙә алдан белә алмай шул. Әммә һәр ваҡыт уяулыҡты ташламаҫҡа, юғалып ҡалмаҫҡа кәрәк. “Яҡындарығыҙға таянығыҙ, башҡаларҙан кәңәш һорарға оялмағыҙ, һис ҡасан төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ”, — тигән изге теләктә тамамланы һүҙен илгәҙәк әңгәмәсем.
“Тормошто үҙгәртеү мөмкинлеге бул­һа, ҡайһы мәлен үҙгәртер инегеҙ?” тигән һорауға Зиннәт Төхвәт улы:
— Тормошома үкенмәйем. Тик бала саҡта кисергән ауырлыҡтар ғына иҫкә төшөп, йәнде әрнетә. Әгәр яҙмышым башҡа төрлөрәк булһа, бәлки, әлеге уңыштарға өлгәшә лә алмаҫ инем, — тип яуап бирҙе.


Вернуться назад