Ҡайһы дәғүәсене хупларһығыҙ?04.09.2015
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар буйынса комиссия, тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарап сыҡҡас, конкурста ҡатнашыу хоҡуғын түбәндәгеләргә бирҙе:
1. Аминова Елена Александровнаны — “Белорецкий рабочий” гәзите редакцияһының сығарылыш мөхәррире, тормошта ауыр хәлгә тарыған балаларға, етемдәргә, уларҙы ғаиләлә тәрбиәләүгә арналған мәҡәләләр шәлкеме өсөн “Белорецкий рабочий” гәзите редакцияһының хеҙмәт коллективы тарафынан күрһәтелгән.
2. Бикмөхәмәтова Фәниә Рафаил ҡыҙын — “Путь Октября” гәзите редакцияһының социаль мәсьәләләр бүлеге мөдире, йәштәрҙә ватансылыҡ тәрбиәләүгә арналған материалдар шәлкеме өсөн Мәләүез мәғлүмәт үҙәгенең “Путь Октября” гәзите редакцияһы коллективы тарафынан күрһәтелгән.
3. Ғафурова Светлана Марсил ҡыҙын — “Истоки” гәзите хәбәрсеһе, замандаштарыбыҙ образын, милли мәҙәниәттәр байлығын һәм халыҡтар дуҫлығын, йәмғиәттәге тыныслыҡ һәм татыулыҡ, республиканың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләрен сағылдырған материалдары өсөн “Истоки” гәзите редакцияһының хеҙмәт коллективы тарафынан күрһәтелгән.
4. Ҡазбулатова Рәйсә Рәйес ҡыҙын — “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһының телевидение студияһындағы художество программалары бүлеге етәксеһе, “Үткән ғүмер” тапшырыуҙары һәм “Автограф” телеочерктары циклы өсөн “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһының хеҙмәт коллективы тарафынан күрһәтелгән.
5. Куклин Сергей Васильевичты — “Октябрьский нефтяник” гәзите хәбәрсеһе, замандаштар һәм юлдар темаларына мәҡәләләр шәлкеме өсөн Октябрьский мәғлүмәт үҙәгенең “Октябрьский нефтяник” гәзите редакцияһы коллективы тарафынан күрһәтелгән.
6. Малородов Борис Яковлевичты — журналистика ветераны, “Башҡортостан” гәзитендә баҫылып сыҡҡан публицистик мәҡәләләр шәлкеме өсөн “Башҡортостан” гәзите редакцияһының хеҙмәт коллективы тарафынан күрһәтелгән.
7. Миңлеғәлиев Альберт Зөфәр улын — “Красное знамя” гәзите редакцияһының баш мөхәррире урынбаҫары, социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе яҡтыртҡан материалдары өсөн Нефтекама матбуғат йортондағы “Красное знамя” гәзите редакцияһының хеҙмәт коллективы тарафынан күрһәтелгән.
8. Мусина Рәмилә Мөҡтәсип ҡыҙын — “Урал” гәзите хәбәрсеһе, публицистик мәҡәләләре өсөн Белорет мәғлүмәт үҙәгендәге “Урал” гәзите редакцияһының хеҙмәт коллективы тарафынан күрһәтелгән.
9. Мөхәмәҙиева Эльза Әнәс ҡыҙын — “Урал” гәзите хәбәрсеһе, публицистик мәҡәләләре өсөн Белорет мәғлүмәт үҙәгендәге “Урал” гәзите редакцияһының хеҙмәт коллективы тарафынан күрһәтелгән.
10. Нестеренко Юрий Григорьевичты — Стәрлетамаҡ районының “Сельская новь” (“Ауыл тормошо”) гәзите редакцияһы фотохәбәрсеһе, “Улар тыуған ил өсөн көрәште”, “Ватан нимәнән башлана...”, “Спорт көсһөҙҙәрҙе үҙһенмәй” тигән фотоһүрәт шәлкемдәре өсөн Стәрлетамаҡ районы Мәғлүмәт үҙәгендәге “Сельская новь” (“Ауыл тормошо”) гәзите редакцияһының хеҙмәт коллективы тарафынан күрһәтелгән.
11. Ниғмәтйәнова Зәйтүнә Наримйән ҡыҙын — “Киске Өфө” гәзите редакцияһының ҡала тормошо бүлеге мөдире, публицистик мәҡәләләр шәлкеме өсөн Салауат ҡалаһы Мәғлүмәт үҙәгендәге “Салауат” гәзите редакцияһының хеҙмәт коллективы тарафынан күрһәтелгән.
12. Рәхмәтуллина Айгөл Салауат ҡыҙын — “Восход” гәзитенең фотохәбәрсеһе, фотоһүрәттәр шәлкеме өсөн Ишембай мәғлүмәт үҙәгендәге “Восход” гәзите редакцияһының хеҙмәт коллективы тарафынан күрһәтелгән.
13. Солтанғолова Валентина Васильевнаны — “Путь Октября” гәзитенең хаттар бүлеге мөдире, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына, наркоманияны һәм социаль етемлекте иҫкәртеүгә арналған материалдар шәлкеме өсөн Мәләүез мәғлүмәт үҙәгендәге “Путь Октября” гәзите редакцияһының хеҙмәт коллективы тарафынан күрһәтелгән.
14. Фәйзрахманов Ринат Баян улын — “Республика Башкортостан” гәзите редакцияһының иҡтисад бүлегендәге махсус хәбәрсе, иҡтисад мәсьәләләрен яҡтыртҡан очерктар шәлкеме өсөн “Республика Башкортостан” нәшриәтенең хеҙмәт коллективы тарафынан күрһәтелгән.
15. Халиҡова Эльвира Рәфил ҡыҙын — “Ватандаш” журналы редакцияһының бүлек мөхәррире, публицистик материалдар шәлкеме өсөн “Ватандаш” журналы редакцияһының хеҙмәт коллективы тарафынан күрһәтелгән.
16. Чукаев Николай Ильичты — “Октябрьский нефтяник” гәзите редакцияһы хәбәрсеһе, замандаштар һәм әхлаҡи-патриотик тәрбиә темаһына мәҡәләләр шәлкеме өсөн Октябрьский мәғлүмәт үҙәгендәге “Октябрьский нефтяник” гәзите редакцияһының хеҙмәт коллективы тарафынан күрһәтелгән.
17. Йомағужин Фаяз Фуат улын — “Стерлитамакский рабочий” гәзите редакцияһы хәбәрсеһе, милли мәҙәниәт, сәнғәт, тарих мәсьәләләрен яҡтыртҡан мәҡәләләре өсөн Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәгендәге “Стерлитамакский рабочий” гәзите редакцияһының хеҙмәт коллективы тарафынан күрһәтелгән.
18. “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһы хеҙмәткәрҙәре коллективын: мөхәррир Төхбәтова Рузалия Рәшит ҡыҙын, автор Тимофеева Марианна Викторовнаны, музыкаль мөхәррир Брыжак Дмитрий Михайловичты, ҡуйыусы Татарников Трофим Владимировичты, “Өфө тулҡындары” музыкаль фестиваль-конкурсы” теле-радио проекты өсөн “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһының хеҙмәт коллективы тарафынан күрһәтелгән.
19. “Ул һуғыштан әйләнеп ҡайтманы” китабының авторҙар коллективын: Моратов Марат Ринат улын, Моратов Марсель Марат улын, Моратов Тимур Марсель улын, “Ул һуғыштан әйләнеп ҡайтманы” китабы өсөн Бүздәк мәғлүмәт үҙәгендәге “Буздякские новости” гәзите редакцияһының хеҙмәт коллективы тарафынан күрһәтелгән.
Комиссия йәмәғәт ойошмаларын, хеҙмәт коллективтарын һәм айырым кешеләрҙе 2015 йылға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә иткән эштәрҙе тикшереүҙә ҡатнашырға саҡыра. Фекерҙәрҙе, тәҡдимдәрҙе һәм иҫкәрмәләрҙе матбуғат биттәрендә, телевидение һәм радио тапшырыуҙарында йә иһә түбәндәге адрес буйынса ебәрелгән хаттарҙа белдерергә мөмкин: 450076, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 10-сы ҡат, Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы, телефон/факс: 276-42-66. Конкурста ҡатнашыу хоҡуғын алған эштәрҙе тикшереү 14 сентябргә тиклем дауам итә.