Бирҙеғол тауы, Шалтыран йылғаһы...04.09.2015
Ейәнсура районындағы Юнай ауылы рәсми документтарҙа 1765 йылдан бирле билдәле. Уның халҡы — үҫәргән ырыуы башҡорттары. Юнай бик уңайлы ерҙә, Ҡаҫмарт йылғаһы буйында урынлашҡан.
Атаҡлы йырсыбыҙ, олатайым Сөләймән Абдуллин һәр концертын тиерлек “Ҡаҫмарт буйы” йыры менән башлай торғайны:
Иртәнсәккәй тороп, бер ҡараһам,
Ҡаҫмарт буйы ята күгәреп.
Шул яҡтарға ҡарап, бер йырланым,
Уйҙарымды алыҫ ебәреп...
Ауыл таулы, урманлы ерҙә урынлашҡан. Тауҙар Урал тауының көньяғындағы Шайтан тау массивына инә. Ошо тауҙар араһында иң бейеге — Соңғорлотау. Соҡор-саҡыр менән сыбарланған. Исеме лә шунан сыҡҡан. Ололар һөйләүенсә, был тауҙың башында төпһөҙ күл булған. Тора-бара ул юҡҡа сыҡҡан. Шулай уҡ ауылды Ҡалаҡтау, Эйәрлетау, Бирлетау (Биреле тау), Ҡаршытау тигән түбәләр уратып алған.
Ауыл аша Шалтыран йылғаһы аға. “Шалтырап аҡҡан йылға” тигәндән килеп сыҡҡан. Ул йылға ауылды уртаға бүлеп, Ҡаҫмартҡа ҡоя. Бәләкәй генә Юнай тигән йылғабыҙ ҙа бар. Ауылдан ситтәрәк, Ҡаҫмарт буйында, Бирҙеғол исемле тау бар. Уның легендаһы ла һаҡланған. Ҡасандыр бер ҡарттың Алтынбикә исемле ҡыҙын ҡаҙаҡтар урлап алып китә. Алтынбикә ҡаҙаҡ далаһында ул таба. Ҡаҙаҡтар, ҡыуанышып, “Хоҙай беҙгә ҡол бирҙе”, ти. Малайға Бирҙеғол тигән исем ҡушалар. Ләкин, даланы үҙ итмәй, Алтынбикә ҡасып ҡайтып китә. Бер тау башына менеп, тыуған яғын һағыныуҙан илап ебәрә. Тауға Бирҙеғол исемен бирәләр.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Байрас Рәйес улы Абдуллиндың Башҡорт диалектологияһы буйынса курс эшенән. 2009 йыл.