Батырҙы тыуған ере онотмай04.09.2015
2015 йыл иҫтәлекле ваҡиғаларға бик бай. Кешелек совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүенең 70 йыллығын билдәләй. Илебеҙ өсөн был дата айырым әһәмиәткә эйә. Төбәктәрҙә ошо ваҡиғаға арналған саралар дауам итә.

11 сентябрҙә Ҡырмыҫҡалы районында “Исем­дәре легендаға торошло” тигән республика фестивале уҙғарыла. Шайморат ауылында 112-се Башҡорт кавалерия ди­­ви­зияһына һәм уның командиры генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовҡа арналған Хәрби дан мемориалын асыу тан­танаһы үткәрелә. Башҡорт кавалерия ди­ви­зияһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Дон­дан алып Эльбаға тиклем 4 мең саҡ­рымдан ашыу юл үткән. Һуғыштарҙа ҡа­һар­ман­лыҡ күрһәткән өсөн етәкселек фар­мандарында 15 тапҡыр айырып бил­дәләнә. Дивизияның 3 860 яугире орден-миҙалдар менән бүләкләнгән, 78-енә Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән, бишәүһе Дан орденының тулы кавалеры булған. Ҡыҙыл Армияның башҡа бер генә бүлегендә лә бындай күләмдә геройҙар теркәлмәгән.
Шайморат ауылындағы һәйкәл Рәсәйҙең Хәрби-тарихи йәмғиәте менән республика халҡының ирекле иғәнәләре иҫәбенә ҡу­йыл­ған. Монументтың авторы — скульптор-монументалист һәм архитектор Денис Стритович. Ул — Рәсәйҙә, шулай уҡ сит илдәрҙә төрлө архитектура проекттарын тормошҡа ашырған шәхес.
Тантана көнөндә Шайморат ауылында “Күп милләтле Еңеү” күргәҙмәһе асыла, “Баш­ҡорт­остан халыҡтары Ватан һағында” фәнни-ғә­мәли конференцияһы ойошторола. “Исемдәре легендаға торошло” фестивален асыу тан­танаһы Тауһеңер ауылы янындағы яланда уҙғарыла. Ҡунаҡтарҙы бай программа көтә. Иртән бында М.М. Шайморатов исемендәге асыҡ республика фестивале үткәрелә, пехота, артиллерия һәм кавалерия ҡатнашлығында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы алы­шының хәрби-тарихи реконструкцияһы күрһә­телә. “Первушин” аэродром комплексы па­рашютсылары авиатамаша тәҡдим итә. Был көндө һуғыш йылдарының интерактив майҙансыҡтары эшләйәсәк, эҙәрмән отряд­тарының оҫталыҡ дәрестәре, художество үҙешмәкәр коллективтарҙың концерты уҙ­ғарыласаҡ. Фестивалгә Башҡортостан етәк­селегенең, Рәсәй мәҙәниәт министры Владимир Мединскийҙың килеүе көтөлә.





Вернуться назад