Әгәр ҡануниәт аңлашылмаһа...04.09.2015
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай хоҡуҡи мәғлүмәт алыу мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән яңы проектты тормошҡа ашырыуға тотондо. Көнүҙәк закондар хәҙер инфографика ярҙамында тәҡдим ителәсәк.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәрҙе йыш ҡына юридик белеме булған кешеләр генә аңлай. Хоҡуҡи документтың мәғәнәһенә төшөнөү өсөн закон тексын, эйәрсән материалдарҙы, мәсьәләнең тарихын өйрәнергә тура килә. Бөгөнгө йылдам үҙгәреүсән тормошта быға кешенең ваҡыты юҡ. Инфографика иһә закондың мәғәнәһен һәм йөкмәткеһен ябай һәм аңлайышлы итеп еткереү мөмкинлеген бирә. Был башланғыс ыңғай ҡабул ителер, тип ышанам, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, яңылыҡҡа аңлатма биреп.
Тәүге тәжрибә рәүешендә республика парламенты сайтында Башҡортостанда тонусты күтәрә торған алкоголле эсемлектәр һатыуҙы тыйған Закон буйынса инфографика урынлаштырылды. Артабан унда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡабул иткән башҡа көнүҙәк закондар ҙа графика рәүешендә урын аласаҡ. Киләсәктә парламенттың рәсми порталына инеп, инфографикалар архивы менән танышыу мөмкинлеге лә тыуасаҡ.



Вернуться назад