Бәйләнеште үҫтереү зарур04.09.2015
Ошо көндәрҙә Ҡазан ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Татарстан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Миңлеханов урында етештерелгән нефть химияһы продукцияһын капиталь төҙөлөштә файҙаланыуҙы киңәйтеү мәсьәләләренә арналған “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар етештереү номенклатураһын һәм һатыу баҙарын үҫтереү маҡсатында ике республика предприятиеларының үҙ-ара бәйләнешен яйға һалыу йәһәтенән фекер алышты.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ нигеҙҙә ҙур тоннажлы продукция ғына етештерәбеҙ, көндәлек тормошта файҙаланырлыҡ әҙер тауар бик аҙ күләмдә сығарыла, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был етешһеҙлек кисә генә барлыҡҡа килмәне, Совет власы осоронда ла күҙәтелде. Әле ул баҙар иҡтисады шарттарының үҙгәреүенә бәйле айырыуса күҙгә ташлана.
Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы төбәктәр араһында тығыҙыраҡ бәйләнеш булдырыу зарурлығын белдерҙе.
— Республикаларыбыҙ бөтөн йүнәлештәр буйынса үҙ-ара әүҙем эш итергә тейеш. Был яңы материалдар сығарыуға ла, файҙаланыуға ла, производстволарҙы киңәйтеүгә лә ҡағыла, — тине ул.
Рөстәм Миңлеханов үҙ сиратында Башҡортостан менән Татарстандың берлектәге асыштарын киләсәктә бөтөн Рәсәйгә таратыу мөмкинлеген билдәләне.
— Рөстәм Нурғәле улы күтәргән мәсьәләне тикшерҙек. Ул төҙөлөш йәки нефть һәм газ сәнәғәте өлкәһендә, нефть химияһы предприятиелары төҙөлөшөндә бергәләп стандарттар булдырырға тәҡдим итте, — тине Рөстәм Хәмитов журналистар менән әңгәмәлә. — Әле айырым стандарттар бар, әлбиттә. Әгәр ике төбәккә дөйөм стандартты ғәмәлгә индерһәк, баҙарҙы икеләтә үҫтерәсәкбеҙ.
Әйткәндәй, 2 сентябрҙән бөгөнгә тиклем Ҡазанда ХХII Татарстан нефть һәм газ химияһы форумы уҙғарылды. Унда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты.