Белемегеҙ, көс-ҡеүәтегеҙ Ватанға кәрәк04.09.2015
Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөләге Салауат Юлаев исемендәге майҙанда үткәрелгән “Башҡортостан студенттары парады-2015” байрамында ҡатнашты.

Республика етәксеһе быйыл тәүге курсҡа килгәндәрҙе яңы уҡыу йылы менән ҡотланы һәм уларға студент билеттарын тапшырҙы.
– Беренсе курстағылар армияһы ғәйәт ҙур. Башҡортостанда улар – 11 мең кеше. Иң бул­дыҡ­лы егеттәр һәм ҡыҙҙар ситкә китмәне, үҙе­беҙҙең университеттарға уҡырға инде. Эшкә лә рес­публикала ҡалырһығыҙ тип ныҡлы ыша­на­быҙ. Белемегеҙ, көс-ҡеүәтегеҙ, оптимизмығыҙ беҙ­гә бик кәрәк, – тине төбәк Башлығы. – Ваҡыт үтеү менән оло быуынға алмашҡа тап һеҙ ки­лер­һегеҙ, эшебеҙҙе дауам итерһегеҙ. Тыуған иле­беҙҙе лә беҙҙең кеүек яратырһығыҙ тип инанам.
Студенттар Рөстәм Хәмитовҡа юғары уҡыу йорттарының лозунгтары яҙылған гитара бүләк итте. Төбәк етәксеһе иһә уларға үҙе яҙған кү­ңелле йырҙы ишеттерҙе.



Вернуться назад