Хужалыҡтың ҡотон һаҡлай өйөр-өйөр йылҡыһы04.09.2015
Хужалыҡтың ҡотон һаҡлай өйөр-өйөр йылҡыһы Салауат һәм Мәләүез ҡалалары янында иген үҫтереү өсөн уңайлыҡтар юҡ кеүек. Ни өсөн тигәндә, төҙөлөш йылдан-йыл киң ҡолас йәйә бара, ҡасандыр баҫыу булған урындарҙан кешеләргә йорт һалыу өсөн ер бүлеп биреү дауам итә. Шуға ҡарамаҫтан, крәҫтиән эшләй, тырыша. Беҙ ҙә Ергән ауылында үҫемлекселек менән уңышлы шөғөлләнгән йүнсел – “Зөбәйеров” крәҫтиән (фермер) хужалығы рәйесе Әмир Зөбәйеров – менән осраштыҡ.
Йүнсел эште сауҙанан баш­ла­ған. Ташландыҡ бина һатып алып, уны төҙөлөш магазины итеп үҙгәрткән. Был ваҡиға тура­һында Ергәндә ҡыҙыҡ итеп һөй­ләйҙәр. Бер нисә йыл тирә-яҡҡа болоҡһоу төҫ биреп ултырған иҫке йорт ҡапыл юҡ булған. “Ҡайҙа ул?” – тип аптырашҡан халыҡ. Шулай тырыш егет бинаны бер нисә көн эсендә үҙгәртеп, аяҡҡа баҫтырған. Хәҙер иһә был магазиндан халыҡ өҙөлмәй. Өҫтәүенә уңған етәксе “Шатлыҡ” тигән кафе ла асҡан.
Малсылыҡ тармағын үҫтереүгә лә күп көс һала Әмир Әнүәр улы. Башта ит һатыу менән генә шө­ғөл­ләнгән, бер нисә йыл элек күпләп һыйыр һатып алған, унан йылҡысылыҡҡа, һарыҡ үрсетеүгә тотонған.
Хужалыҡтың ҡотон һаҡлай өйөр-өйөр йылҡыһы– Көтөүлегем – Ағиҙелдең аръ­яғында. Аттарға унда хөрриәт, – тип шатлығы менән уртаҡлашты фермер. – Хыялдар ифрат күп. Мә­ҫәлән, тоҡомсолоҡ менән шө­ғөлләнә, ҡымыҙ эшләй, ит ыҫлай башларға иҫәп бар. Көтөү­се­ләр­ҙән уңдым: Илдар Мусин менән Илдус Иҡсанов – шул ҡәҙәр тырыш егеттәр.
Фермерҙың 1 300 гектарға яҡын ере бар, шуның яртыһынан кү­берәгенә иген сәсә. “Теләк бул­ғанда, ҡала ситендәге ба­ҫыу­ҙарҙы ла эшкәртергә мөмкин”, – ти ул.
Хужалыҡтың ҡотон һаҡлай өйөр-өйөр йылҡыһыЙүнсел 50-нән ашыу кешене эш урыны менән тәь­мин иткән. Хеҙ­мәткәрҙәренең араһында, ер­гән­­дәрҙән тыш, эргә-тирә ауыл­дарҙан килгәндәр ҙә бар. Әлиә менән Алик Вәлиуллиндар, Земфир Иҡсанов, Гүзәл Рәхмә­тул­ли­на, Оля Шведкова, Румил Ғил­­метдинов, Зөмәрә Иванова һәм башҡа күптәр Әмир Әнүәр улының “ҡанаты аҫтында” булыуына һөйөнөп бөтә алмай.






Вернуться назад