Уҙған сығарылыштарҙа ҡуян аҫрау тураһында яҙғайныҡ. Бөгөн уларҙың ауырыуҙары һәм дауалау ысулдары хаҡында бәйән итмәксебеҙ. Ҡуяндарҙың да, башҡа төр хайуандар кеүек үк, үҙҙәренә генә хас ауырыуҙары бар.МиксоматозИң ҡурҡыныс йоғошло ауырыуҙарҙың береһе. Был ауыр сир күп осраҡта хайуандың үлеме менән тамамлана. Төп билдәләре — баш тиреһе шешә, ҡолаҡтары һәленеп төшә, баштың формаһы үҙгәрә. Бер үк ваҡытта күҙенең лайлалы тиреһе ҡыҙара. Ҡуян килбәтһеҙләнә һәм биш-алты көндән үлә.
Миксоматоз башҡа ҡуяндарға ла тиҙ йоға. Ауырыу хайуандарҙы шунда уҡ һуйып, тиреһен дә алмайынса күмәләр.
Уларҙың йәшәгән урынын һәм һуйған ерҙе формалин, 5 процентлы лизол иретмәһе йә иһә хлорлы эзбиз менән дезинфекциялайҙар. Тиҙәген, ситлектә ҡалған ризыҡтарын 1 метр тәрәнлектә ергә күмәләр.
Геморрагик ауырыуСир тиҙ үтә, ағыуланғанды хәтерләтһә лә, айырым билдәләре юҡ һәм күп осраҡта үлемгә килтерә. Уны булдырмау йәһәтенән вакцина ҡулланыу ҡарала. Хәҙер миксоматоз менән геморрагик ауырыуға ҡаршы прививка табылған. Уны ҡуяндарға ике айлыҡ саҡта 0,5 мл дозала яһайҙар. Иммунитет бер йыл буйына һаҡлана.
РинитРинит, йә иһә йоғошло тымау, сөскөрөү һәм танауҙан шыйыҡса ағыу менән билдәләнә, хайуандың тән температураһы 41 градусҡа тиклем күтәрелә, ҡайһы берҙә эс китеүе күҙәтелә.
Ауырыу ҡуяндарҙы тиҙ арала икенсе бүлмәгә күсереп, ситлекте 10 – 20 % хлорлы эзбиз иретмәһе менән йоғошһоҙландыралар.
Сир тыуҙырған матдә тиҙ үлә, тик тиҙәктә — бер, ә үләкһәлә өс айға яҡын һаҡланып ҡалыуы ихтимал. Шуға ла уларҙы яндыралар.
Ауырыу хайуандың танауына көн һайын дүрт-биш тамсы 1 % фурацилин йә пенициллин иретмәһе һалалар, ашау һәм тәрбиәләү шарттарын яҡшырталар. Профилактика маҡсатынан айына биш тапҡыр аҙыҡҡа биолицин (25 процентлы) ҡушырға ла мөмкин. Дауалағанда уның дозаһын икеләтә арттыралар.
Һуңғы 20 көн дауамында танауынан шыйыҡса аҡмаһа, ҡуян һауыҡҡан тип һанала, ләкин улар ауырыу сығанағы булып ҡала әле.
Йоғошло стоматитБыл сирҙең төп билдәһе — ауыҙҙан шайыҡ ағыу. Күп осраҡта 20 — 90 көнлөк хайуандар ауырый.
Телдең лайлалы тиресәһе, танау эсе ҡыҙара, унан был урындарҙа аҡ ҡуныҡ, шешектәр барлыҡҡа килә, шыйыҡса нығыраҡ аға.
Стоматитты тәүҙән үк дауалай башлаһаң, хайуан ике-өс көн эсендә тулыһынса һауыға. Ауыҙ эсен ошо арауыҡта 2 процентлы баҡыр купоросының һыуҙағы иретмәһе менән йыуалар.
Ошолай ҙа дауалап була: ярты таблетка стрептоцидты иҙеп, ауырыу хайуандың ауыҙына һибергә. 8-10 сәғәттән һуң тағы ла ҡабатларға. Йомшаҡ аҙыҡ биреү һәм бер-ике ҡалаҡ әсегән һөт эсереү ҙә дауалау процесына ҡарай. Ситлекте формалин йә зәһәр натр менән эшкәртеү мотлаҡ. Әгәр ҙә ике аҙна буйына ауыҙынан һеләгәй аҡмаһа, шешҡолаҡ һауыҡҡан тигән һүҙ.
МаститИнә ҡуяндарҙа йыш осрай торған йоғошло сирҙәрҙең береһе. Күп осраҡта имеҙә башлау менән барлыҡҡа килә. Елен ҡыҙара, ҡата һәм яра менән эренле шештәр барлыҡҡа килә. Был сиргә юл ҡуймаҫ өсөн ҡуяндарҙы таҙа тоторға, иҙәнгә һалам, бесән йәйергә кәрәк. Сир үҫешһә, хайуанды һуйыу яҡшыраҡ.
КокцидиозКокцидиоз сиренең билдәләре: шешҡолаҡтың аппетиты булмай, тиҙ ябыға, лайлалы тиресәһе аҡ төҫкә инә, эсе китә, ашҡаҙаны күбә.
Әлегә ауырыуға ҡаршы көслө саралар табылмаған. Уны булдырмау өсөн ошо ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк: ситлектең иҙәне таҡтанан булһын; тағараҡтарҙы даими таҙартыу; 10 көн һайын ситлекте эҫе һыу менән йоғошһоҙландырыу; ҡуҙаҡлыларҙы, көрпәне күп бирмәү.
СпирохетозАуырыу аталанғанда барлыҡҡа килә. Спирохетоз аҙыҡ аша йоға. Ауырығанда ата йә иһә инә ҡуяндың енси ағзаһы ҡыҙара, шешә, унан шыйыҡса аға башлай. Ҡанлы шештәр хасил була. Ауырыуҙың бер нисә йыл дауам итеүе мөмкин, шулай ҙа тулыһынса һауығыу менән тамамланыуы ла ихтимал. Сиргә юл ҡуймаҫ өсөн һәр аталаныуҙан һуң йәнлектәрҙең енси ағзаларын тикшереп торалар.
ҠысынмаСир талпандан йоға. Шеш ҡолаҡтарҙың аппетиты юғала, ябыға. Ҡутырҙы скипидар менән ныҡ итеп сылаталар, кипкәс, пинцет менән алып, банкаға йыйып яндыралар. Дүрт-биш көн үткәс, дауалауҙы ҡабатларға кәрәк. Ситлекте, һауыттарҙы йоғошһоҙландырыу мотлаҡ. Был маҡсаттан 5 процентлы криолин иретмәһе ҡулланалар.
Йоғошһоҙ сирҙәрЙоғошһоҙ сирҙәргә ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын индерергә мөмкин. Әгәр ҙә ҡуяндың балаларына һөт етмәһә, улар аҡрынлап аҙыҡ ашай башлай. Аш һеңдереү ағзаларының лайлалы тиресәһендә яралар хасил була, ашҡаҙаны менән эсәге шешә. Сирҙең билдәләре — тиҙәк лайлалы, шыйыҡ булып сыға, ашҡаҙаны күбә.
Дауалау маҡсатынан ҡуяндарҙы 12-20 сәғәт дауамында ас тотҡас, әҙләп кенә йомшаҡ аҙыҡ бирә башлайҙар.
Иң яҡшыһы — ҡатнаш аҙыҡты бешкән картуф менән бутап биреү.
Артабан ошондай дауалау үткәрәләр:
— эс ҡатҡанда — 3-5 грамм глаубер йә карлсбад тоҙо, йә иһә 1-1,5 балғалаҡ кастор майы ашатыу, һабынлы йылы һыу менән клизма яһау. Унан һуң һоло төнәтмәһе йә кишер бирергә кәрәк;
— эс күпһә (тимпания), 5-8 мл 10 процентлы ихтиол иретмәһе менән эсен ыуырға һәм ситлектән сығарып йөрөтөргә;
— эс китһә, көнөнә бер-ике тапҡыр синтомицин (0,1 г) һәм имән ҡайырыһы төнәтмәһе (бер-ике балғалаҡ) эсерәләр.