Һорау-яуап02.09.2015
— Беҙ яңы ер биләмәһе алдыҡ — 15 сутый. Йорт-ҡаралтынан тыш, баҡса өсөн күпме урын ҡалдырылырға тейеш икән?
— Йорт алды баҡсаһы майҙанын һәр кем үҙенсә ҡалдыра. Еләк-емеш ултыртыу өсөн тағы бер мөһим яғы бар — уны ҡарай, тәрбиәләй алырлыҡ булырға тейеш. Әгәр ҙурыраҡ баҡса теләһәгеҙ, ғаиләгеҙҙең ишәйеүен күҙаллаһағыҙ, ағас төрҙәре менән иҫәпләп ҡарағыҙ. Мәҫәлән, алмағастың иртә, уртаса, һуң өлгөрә торғанын икешәр ултырталар. Быларға ике-өс төп грушаны өҫтәгеҙ. Сейә, сливаны һигеҙ төп тип иҫәпләйек. Тағы килеп, 15 – 20 төп ҡарағатҡа урын ҡалдырайыҡ. Ҡара ҡарағаттан тыш, өсәр төп ағы, ҡыҙылы ла кәрәк. Крыжовникты өсәү, ҡурай еләген кәмендә 20 – 30 тип алайыҡ. Баҡса еләген 100 – 150-нән һалайыҡ. Быларҙан тыш, ҡара миләш, һырғанаҡ, балан да кәрәк. Бына шунан килеп сыға инде һеҙҙең емеш баҡсағыҙҙың майҙаны.
— Яҙын тауыҡтар һатып алғайныҡ, ҡарт булып сыҡтылар. Уларҙың йәшен-ҡартын нисек айырып була?
— Тауыҡтарҙың яҡынса булһа ла йәшен билдәләргә өйрәнергә кәрәк. Йәш тауыҡтарға ҡарағанда, икенсе йыллыҡтарҙың ауырлығы арта, кәүҙәһе ҙурая, таз һөйәге киңерәк була. Аяҡтарындағы “тәңкә”ләр нығыраҡ беленә һәм айырылыбыраҡ тора. Күкрәк һөйәге ҡатылана. Әтәстәрҙе “шпорҙары”нан да айыралар. Йәш үтеү менән оҙонаялар, йәштәренеке иһә бәләкәй генә “шеш” һымаҡ була.