Ер еләге үҫентеһен үрсетеү02.09.2015
Ер еләге үҫентеһен үрсетеү Ер еләге үҫентеләрен үрсетеүгә тәме, эрелеге, уңдырышлылығы менән айырылып торған сорттар һайлап алына.

Улар яҡшы ашланған ергә 30 – 40 см аралыҡта ултыртыла. Беҙҙең климат шарттарында августың икенсе ун көнлөгөндә еләк үҫентеләре күсереп ултыртыуға өлгөрә. Бының өсөн тамырҙарының оҙонлоғо 5 см булған өс-дүрт япраҡлы мыйыҡтар иң яҡшы үҫенте тип һанала. Улар һәйбәт ашланған, еңелсә дымлы тупраҡлы ерҙә тамыр йәйеп, тиҙ үҫеп китә һәм мыйыҡ ебәрә башлай.
Тәүге йылды мыйыҡтан барлыҡҡа килгән үҫентеләр ултыртыуға яраҡлы булмай. Плантацияһын даими туҡландырып, һыу һибеп торорға кәрәк. Уны нормаль дымлылыҡта тотоу айырыуса мөһим. Мыйыҡтағы розеткалар ергә йәбешеп тамыр ебәрһен өсөн тупраҡты йомшартып торорға кәрәк. Икенсе йылында аналыҡ плантацияһында юғары сифатлы үҫентеләр өлгөрә. Тамырының оҙонлоғо 5 – 6 см булған өс-дүрт япраҡлы үҫентеләр тәғәйенләнгән ергә ултыртыла. Һәр квадрат метрына 2 кг органик ашлама, 80 г комплекслы минераль ашлама индереп, ер тәрән итеп ҡаҙыла, өҫтө тигеҙләнә.
Тәжрибәләрҙән күренеүенсә, еләкте тәрән оя йәки бураҙна яһап ултыртыу иң яҡшы ысул һанала. Өҫтөнлөгө шунда: йыл һайын үҙәк тамыр өҫкә сығыусан, тәрән ояларҙа иһә ул күмелә. Икенсенән, бында дым оҙаҡ һаҡлана, өсөнсөнән, көҙ ҡар яуыу менән ҡар тула һәм көҙгө һалҡындарҙа үҫентене туңыуҙан һаҡлай.
Ултыртыр алдынан мул итеп һыу һибелә, шунан тамыр системаһын тирә-яҡҡа йәйеп, үҫентеләр ултыртыла (үҙәген тупраҡ менән ҡапларға ярамай).
Һуңғы йылдарҙа һәүәҫкәр баҡсасылар еләкте түтәл өҫтөнә ҡара толь йәйеп ултыртыу практикаһын файҙалана башланы. Был ябыу материалына 30 – 40 см аралыҡта тишектәр яһағанда дым яҡшы һаҡлана, мыйыҡтар ергә йәбешеп тамыр йәймәй, ә толь өҫтөнә тарала, уларҙы ҡырҡып алыуы ла еңел була.
Ҡайһы бер баҡсасылар еләк түтәле өҫтөнә 45 – 50 см бейеклектә каркас эшләп, ҡар иреп бөтөр алдынан пленка ябып ҡуя. Һөҙөмтәлә ҡар тиҙ иреп бөтә, еләк 10 – 15 көнгә иртәрәк өлгөрә.


Вернуться назад