Йәнә бер күпер һалына02.09.2015
Өфөгә көньяҡтан ингән ерҙә Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер һалыу күҙаллана. Ошо көндәрҙә ҡала Советы депутаттары объект урынлашасаҡ биләмәнең планын төҙөү проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар үткәрергә ҡарар итте.
Яңы күперҙең майҙаны 1,3 гектар тәшкил итәсәк. Автотранспорт өсөн өс һыҙат булдырыу ҡарала. Яңы күпер ҡаланан сығыу өсөн тәғәйенләнәсәк. 1956 йылда һалынған өс һыҙатлыһын иһә реконструкциялау күҙҙә тотола. Яңы объекттың хаҡы 6 миллиард һум тәшкил итәсәк. Уны дүрт йыл эсендә сафҡа индереү планлаштырыла.
Әйткәндәй, проект буйынса асыҡ тыңлауҙарҙа теләге булған һәр кеше ҡатнашып, үҙ фекерен белдерә ала. Сара 8 октябрҙә киске сәғәт 6-ла Өфөнөң Киров районы хакимиәтендә үткәрелә.