Һөткә — субсидия02.09.2015
Башҡортостан Хөкүмәте ҡаҙнанан һөткә субсидия биреү тәртибенә үҙгәрештәр индерҙе.
Хәҙер дифференциацияланған алым ғәмәлгә индерелә. Мал һанын арттырыу, аҙыҡ етештереү сифатын яҡшыртыу, малсылыҡ фермаларын яңыртыу, техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу буйынса эш алып барған хужалыҡтарға дәүләт ярҙамы ла арттырыласаҡ. Һауым күп булғандарға бюджеттан субсидия ла күберәк түләнәсәк. Яңы алым 2016 йылдан ғәмәлгә инә.