Үҙебеҙҙең етештереүселәргә — айырым иғтибар02.09.2015
Республиканың Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты 2015 йылдың тәүге яртыһына йомғаҡ яһаны.

Ошо осорҙа 12,7 миллиард һумлыҡ 62 меңдән ашыу дәүләт контракты һәм килешеүе төҙөлгән. Һатып алыуҙарҙың төп күләме электрон аукциондарға тура килә. Шул уҡ ваҡытта алты ай эсендә 1,1 миллиард һум экономияланған. Бер һатып алыуға 2,6 ғариза тап килә. Улар араһында республика тәьминәтселәре 73 процент самаһы тәшкил итә. Үҙебеҙҙең етештереүселәр өсөн ҡулай шарттар тыуҙырыу маҡсатында берҙәм ҡағиҙәләр билдәләнде. Улар киләһе йылдан ғәмәлгә инәсәк.
Әле килешеүҙәргә банктар тарафынан ярҙам күрһәтеү проекты тормошҡа ашырыла башланы. Ул һигеҙ һатып алыу сараһында ҡулланылды.
Төбәк етәкселеге бында үҙебеҙҙең етеште­реүселәрҙең ҡатнашыуына ҙур иғтибар бирә. Май айында республика Хөкүмәте бойороғо менән сауҙалашыуҙа эшҡыуарҙарҙың әүҙем­леген арттырыуға ҡағылған тәү сираттағы саралар раҫланғайны. Был эшкә бөтөн тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары йәлеп ителде. Төбәктәге етештереүселәр өсөн мәғлүмәт-аңлатыу эше ойошторолдо, закон тарафынан бирелгән өҫтөнлөктәр файҙаланыла, бәләкәй предприятиелар субподрядсылар сифатында ҙур контракттарға йәлеп ителә.
Йыл аҙағына тиклем республикала нормалаштырыу системаһын ғәмәлгә индереү, һатып алыу өлкәһендә төбәк мәғлүмәт сел­тәрен булдырыу күҙаллана. Фән вәкил­дәре менән берлектә дәүләт килешеүҙәре үтәле­шенең һөҙөмтәлелеге баһаланасаҡ, республика бизнесының һатып алыу сараларында ҡатнашыуын әүҙемләштереү алымдары ҡулланыласаҡ.




Вернуться назад