Төбәктең ҡеүәте арта02.09.2015
Республика Хөкүмәтендә төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә арналған кәңәшмә булды. Уны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үткәрҙе. Сарала федераль власть органдары вәкилдәре һәм ҙур сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.
Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, быйыл республикала төп социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса ыңғай хәл күҙәтелә. Ғинуар — майҙа уртаса айлыҡ эш хаҡы былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 6,4 процентҡа артҡан һәм 24 716 һум 90 тин тәшкил иткән. Тәүге ярты йыллыҡта сәнәғәт етештереүе индексы 100,3 процент булған, төп капиталға инвестициялар күләме 114,9 миллиард һумға еткән. Хөкүмәттең мәғлүмәттәренә ярашлы, инвестицияның артыуы ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бәйле. Ундайҙар иҫәбенә Өфөлә позитрон-эмиссиялы томография үҙәге, “Әсә һәм бала” клиник госпитале, “ВДНХ Экспо” күргәҙмә комплексы, “Полиэф” йәмғиәтендә ҡеүәттәрҙе арттырыу инә.
Кәңәшмәлә шулай уҡ хәҙерге иҡтисади шарттарҙа төбәктәге сәнәғәт предприятиеларын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.