Ҙурыраҡ еңеүҙәргә юл һалыр02.09.2015
Ҙурыраҡ еңеүҙәргә юл һалыр Өфөлә лә Белем көнө алдынан өр-яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды. Башҡортостан дәүләт аграр университеты ҡарамағындағы был заманса үҙәктә бөтөн уңайлы шарттар булдырылған.

– Уҡыу йортоноң 85 йыллығын ошондай ҙур шатлыҡ менән ҡаршы­лайбыҙ, – тине комплексты асыу тан­танаһында ректор Илдар Ғәбитов. – Беҙҙең университет спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән дан тота. Яңы комп­лекстың асылыуы тағы ла ҙуры­раҡ еңеүҙәргә юл һаласаҡ.
Иҫтәлекле ваҡиға уңайынан йәш­тәр­ҙе шулай уҡ Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, респуб­ликаның Ректорҙар советы рәйесе Раил Әсәҙуллин ҡотланы.
Николай Коваленко белдереүенсә, әлеге комплекста халыҡ-ара ярыш­тар­ҙы ла үткәрергә була. Бындай заманса шарттар Рәсәйҙең һирәк университетында булдырылған.
Ҙурыраҡ еңеүҙәргә юл һалыр– Беҙгә бассейнда шөғөлләнергә теләгән ҡала халҡы ла мөрәжәғәт итә ала, – тине комплекс директоры Рузил Йәғәфәров. – Төрлө ярыштар даими үткәреләсәк.
Бассейнда һигеҙ йөҙөү юлы, тренажер залы, сауна бар. Киләсәктә комп­лекс нигеҙендә дайвинг үҙәге асыу ҙа күҙаллана.


Вернуться назад