Иңенә ил таянырҙай йәштәр үҫә02.09.2015
Иңенә ил таянырҙай йәштәр үҫә Төҙөк йәмғиәттең нигеҙе – сәләмәт рухлы, илһөйәр балалар тәрбиәләү. Республикабыҙҙа был йәһәттән шарттар етерлек. Ишембай ҡалаһында урынлашҡан А. Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округы башҡорт кадет корпусында асылған ”Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы – быға аныҡ дәлил.
Объекттың сафҡа ине­үе уңайынан кадет­тарҙың шатлығын уртаҡ­­лашырға Рәсәй Пре­зи­дентының Волга буйы федераль округын­дағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич менән Баш­ҡортостан Баш­лығы Рөстәм Хәми­тов та килде. Әйткәндәй, улар белем усағында тәүгә түгел: етәкселәр төҙөлөш барышын даими контролдә тотто.
Иңенә ил таянырҙай йәштәр үҫә300-ҙән ашыу уҡыу­сыны туплаған белем усағы һуңғы йылдарҙа ныҡлы үҫешә. Яҡшы шарттарҙа тәрбиәләнгән кадеттар үҙҙәре лә һынатмай. Мә­ҫәлән, кисә араларынан бер төркөм уҡыу алдынғылары, конкурс-олимпиада еңеүселәре Ҡырымға йүнәлде. Улар ”Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгендә Пермь крайы, Татарстан һәм Удмуртиянан килгән тиҫ­терҙәре менән тәжрибә уртаҡ­лашасаҡ, белемен ка­мил­лаш­тырасаҡ, сәлә­мәт­леген нығытасаҡ.
– Яңы уҡыу йылында тағы ла бейегерәк үрҙәр яулауығыҙҙы теләйем, – тине кадеттарға тантаналы йыйылышта Михаил Бабич. – Бында һеҙ лайыҡлы белем һәм тәрбиә алыу өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар.
Унан ҡунаҡтар яңы ятаҡҡа йүнәлде. 320 урын­ға тәғәйен­ләнгән был бина барлыҡ заманса талаптарға яуап бирә.
Иңенә ил таянырҙай йәштәр үҫә“Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексына килгәндә, ул – кадеттар ғына түгел, ғөмүмән тотош ҡала һәм район халҡына ҙур бүләк, сөнки бында теләгән һәр кем шөғөлләнә аласаҡ. Үҙәктә бассейн, уйын, гимнастика, күнекмә залдары эшләй. Уларҙы ҡарағанда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төҙөүселәрҙең эште намыҫлы башҡарғанын билдәләне.
Ҡыҫҡаһы, иңдәренә ил таянырҙай йәштәр үҫтерәбеҙ!






Вернуться назад