Йылыға, наҙға мохтаж02.09.2015
Ҡатын-ҡыҙға сәскә биреү –
Был донъяның
Матур ғөрөф-ғәҙәте.
Ҡатын-ҡыҙ юҡ урында
Сәскәләрҙең
Ни йәме, ни хәжәте?

Ҡатын-ҡыҙ юҡ ерҙә сәскә
Түгелдәй сәскә һымаҡ.
Сәскәң ҡабул итһә сибәр,
Хыялың
Тейгәндәй сәпкә һымаҡ.

Әгәр ҙә булһа ҡатын-ҡыҙ
Сәскә-гөлдәргә оҡшаш,
Онотмағыҙ:
Сәскәләр
Йылыға, наҙға мохтаж.





Вернуться назад