Ғүмерҙе һаҡлар сабый тауышы02.09.2015
Ғүмерҙе һаҡлар сабый тауышы Был ваҡиға йыш ҡына хәтеремә төшөп, бала тауышының ҙур ҡөҙрәтҡә эйә икәнлеген иҫкәртеп тора. Уның шаһиты булған кешенең күңел кисерештәрен тыя алмайынса, илай-илай һөйләгәне күңелдә ныҡ уйылып ҡалған.
Берҙән-бер ҡыҙының ауырға ҡалыуы хаҡындағы хәбәрҙе аяҙ көндәге йәшендәй ҡабул итә Заһир. Тәүҙә ышанмай, тик ҡатыны­ның шаяртмағанын аңлағас, ер убылғандай тойола.
– Иҫенә килде, күҙен асты... – тине кемдер, уның сикәһенән, сәсенән йомшаҡ ҡына һыйпап. Текләп ҡараһа ла, Заһир уны таныманы.
– Еҙнә, мине күрәһеңме? Еҙнә... – Берҙән-бер балдыҙы – ауылдың маҡтаулы фельдшеры икән. Яҡты донъя менән хушлашырға йыйынғандарҙы ла һауыҡтырып, аяғына баҫтыра ул. Ҡулы, һүҙе, йылмайыуы – барыһы ла шифалы.
Заһир, эргәһендә балдыҙын күргәс, уның ҡулын ҡыҫырға итте, тик көсө етмәне. Ни өсөн түшәккә йығылғанын да аныҡ ҡына иҫләй алманы. Көс-хәл ингәнен тойғас, эргә-тирә­һендәгеләрҙең тынғыһыҙланып тегеләй-былай йөрөгәнен асыҡ сырамытҡас ҡына аяҡ осонда ҡара көйөп ултырған ҡатынын абайланы. Яңынан һығылып илай башлаған ғәзизен йыуатып:
– Ярай, ул ҡәҙәрем бөтөрөнмә, теремен бит, илама, – тип әйтә алды.
Ҡәҙерлеһен бындай хәлдә беренсе тапҡыр күрә ине ул. Ап-аҡ йөҙөн ҡара һөрөм ҡаплаған, күп илауҙан күҙе ҡыҙарып шешенгән, бешкән сейә кеүек һутлы ирендәре күгәреп ҡымтылған, муйын тамырҙары ҡарайып, ҡалҡып сыҡҡан...
Диванда балдыҙы, бажаһы ултыра, улар янынан ҡәйнәһе урын алған. Барыһының да йөҙөнә ҡара күләгә ятҡан. Ир уйламаған ерҙән һәммәһен ҡапыл ҙур ҡайғыға һалғаны өсөн ғәфү үтенергә ауыҙын асты ла, яҡындары араһында Зиләһен-Зиләйлүген абайламағас, был хәлгә нәҡ ошо яратҡан ҡыҙы арҡаһында тарығанын иҫенә төшөрҙө. Күкрәк тәңгәлендә көслө ауыртыу тойоп, ҡаты ыңғырашты ла йәнә күҙен йомдо.
Миокард инфаркты тигән диагноз менән бер нисә ай дауаханала ятырға, реабилитация курсы үтергә тура килде уға. Палатаға дуҫтарын, туғандарын индерҙе, әммә ҡатыны менән ҡыҙына рөхсәт итмәне, шылтыратыу­ҙарына ла яуап бирмәне. Икеһен дә ғәфү итә алманы ул. Ҡыҙын өмөттәрен аҡламағаны өсөн күргеһе килмәне, ә ҡатынына асыуының сәбәбен үҙе лә аңламаны.
Оҙаҡ көтөп алған бала булғанғамы, ныҡ иркәләне, осондорҙо бит Зиләне. Нимә теләй, барыһын да алып бирҙе. Ҡыҙының матурлы­ғына, һәләтенә һоҡланды, ғорурланды. Сәскә кеүек ҡарап үҫтерҙе Заһир ҡәҙерлеһен. Шуға ла булған хәлгә күңеле һис ышанманы. Нисек инде кисә генә ырғый-һикерә уйнап йөрөгән ҡыҙы балаға уҙһын ти?! Уҡыу алдынғыһы, спортсы, мәктәптең, ауылдың йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусы, йырсы, бейеүсе... Ниндәй фән буйынса олимпиадаға барһа ла, алдынғы урын алмай ҡайтмай ине. Бәләкәсенең оҙон ҡара сәсен тарап үреп, мәктәпкә ҡапҡа тышынан ҡарап оҙатып ҡалыуына күп ваҡыт үттеме ни? Кисә генә булған кеүек тә баһа! Заһир бер ни аңламаны, дөрөҫөрәге, хәлде нисек бар шулай ҡабул итергә ғорурлығы форсат бирмәне. Палатала яңғыҙ ҡалған сағында ап-аҡ диуарҙа артабанғы яҙмышын һүрәтләп маташты. Тормошон яңы биттән башлай алмауын белһә лә, иртәгәһе көндө Зиләһеҙ генә күрҙе.
Дауахананан ҡайтҡанда ҡыҙы өләсәһен­дә йәшәй ине. Ҡасандыр гөл-баҡса кеүек балҡып торған өйҙө ҡәбер һалҡынлығы баҫҡан. Тәҙрә төбөндәге сәскәләр һулып ҡойолған. Йыл әйләнәһенә яҡтылыҡ, нур һибеп торған тәҙрәләргә ауыр ҡорған эленгән.
Заһир барлыҡ асыуын ҡатынына төшөрҙө: 25 йылдай йәшәп, ҡул күтәреү түгел, ҡырын һүҙ ҙә әйтмәгән һөйөклөһөнә көн күрһәтмәй башланы, ғәйепте уға ауҙарҙы. Балдыҙы апаһының яман сиргә дусар булғанын әйткәс кенә аҡылына килде ир. Ҡатынын ауыр хәлдә республика клиникаларының береһенә оҙатҡан көндә ҡыҙын тулғаҡ тота башлағанын ишетте.
Заманында үҙе өсөн иң ҡәҙерле, ғәзиз булған кешеләре дауаханала ятҡанда, Заһир үҙенә урын таба алманы. Ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар кисергән йөрәге шартлар сиккә етте. Ҡыҙының үле сабый табыуын да теләне хатта, бәләкәсте бала табыу йортонда ҡалдырыу сараһын да уйламай ҡалманы. Ул теләгәнсә булһа, барыһы ла үҙ урынына ултырыр, ҡатыны төҙәлеп ҡайтыр, ҡыҙы уҡырға инер, тағы элеккесә бына тигән итеп йәшәп китербеҙ, тип өмөтләнде.
Төрлөсә уйлап та, бер ни килтереп сығара алмағас, Заһир был хәлдән үҙ-үҙеңә ҡул һалып ҡына ҡотолоу мөмкин тигән фекергә килде. Бау тотоп һарайға сыҡҡас, 50 йыллыҡ тормошо бер секунд эсендә күҙ алдынан үтеп китте. Бала сағы, йәшлеге, ҡатыны менән һөйөшөп ҡауышҡан мәл, ҡыҙы Зиләнең тыуыуы, йортҡа нур таралыуы... Ошондай бәхетле мәлдәр кисерергә насип иткәне өсөн Аллаһ Тәғәләгә рәхмәт белдереп, элмәккә үрелгәндә кинәт сабый тауышы ишетелде. Һаташамдыр тип уйланы тәүҙә, әммә сәйер өн ихата яғынан килгәнен аңлағас, бауын ташлап, кире сыҡты. Ҡаршыһында балаһын аҡ биләүгә ураған ҡыҙы баҫып тора. Бер-береһенә текләп күпме торғандарҙыр, билдәһеҙ. Ҡараштарҙа яратыу, күрә алмау, ғәфү үтенеү, кисереү, ҡайғы, шатлыҡ, бәхет сатҡылары – барыһы бергә уҡмашты. Ҡыҙының ҡулындағы аҡ төйөнсөктө ҡосағына нисек алғаны хәтерендә ҡалмаһа ла, бәләкәй генә йомарламды тотоу менән Заһирҙың тәненә сабый йылыһы, бер аҙҙан ҡан тамырҙары буйлап йәшәү һуты таралды...
Ҡатынын дауахананан ҡыҙы, ейәне менән өсәүләп ҡаршыланылар. Бер йыл эсендә булған бәхетһеҙ көндәрҙе башҡа һис ҡасан иҫкә алмаҫҡа һүҙ ҡуйышты улар.


Вернуться назад