Өмөт утрауында бер көн24.02.2012
Өмөт утрауында бер көнОшо көндәрҙә Наркотиктарҙың әйләнешенә контроллек итеүсе федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы журналистар өсөн республикабыҙҙағы реабилитация үҙәктәре буйынса өс көнлөк тур ойошторҙо. Бөгөн уҡыусыларыбыҙҙы тәүге сәфәрҙең тәьҫораттары менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Йыш ҡына кешеләр, “минең үҙ Аллам бар” йәки “ниндәй динде яҡын күреүең һәм ҡабул итеүең мөһим түгел, сөнки Аллаһы Тәғәлә — барыбыҙ өсөн дә берҙән-бер илаһи көс”, тип инаныуын белдерә. Донъяла, шулай уҡ беҙҙең ил биләмәһендә бик күп дин, конфессия һәм иманға ышаныуҙар йәшәй. Һиндостанда ғына ла өс миллиондан ашыу алла, идол иҫәпләнә. “Кеше Хоҙай Тәғәләгә ышанамы-юҡмы, быныһы мөһим түгел, әммә ул иманһыҙ, ышанысһыҙ йәшәй алмай. Беҙҙе Хоҙай шулай яралтҡан”, — тине осрашыуҙа пастор, “Бойондороҡһоҙлоҡ” йәмғиәт ойошмаһы етәксеһе Сергей Погорей.
Кем һуң ул был ҡаҡса кәүҙәле, диндар, әммә заманса ҡарашлы, үҙ-үҙенә ныҡ ышанған уҙаман? Алыҫ Новосибирскиҙан килеп, Өфө районының Шмидтов ауылында кешелектән сығып барған наркомандарҙың йәнен дә, тәнен дә дауалау үҙәге асырға уны кем мәжбүр иткән? Ышанырғамы-юҡмы, уныһы һәр кемдең үҙ иркендә, ошо егет наркомания һаҙлығына батып барған еренән, һуңғы һаламға йәбешергә теләп, Хоҙайға табынып, унан ярҙам һорай, сиркәүгә йөрөй, Тәүратты йотлоғоп уҡый башлай. “Тормошомдоң яҡшы яҡҡа үҙгәреүен тойҙом. Бөгөн мин һау-сәләмәт! Дөрөҫ юлды һайлағаныма шатланып бөтә алмайым, — ти ул. — Кешенең ҡайһы дингә өҫтөнлөк биреүе мөһим дә түгел, бары күңел ихласлығы, ышаныу кәрәк, сөнки бар иман юлдары ла Аллаһы Тәғәләгә илтә. Тик Тәүратта әйтелгәнсә, тормошҡа беҙҙе үҙенә тартып, ымһындырып торған шар асыҡ, иркен ҡапҡалар аша инеү һәләкәткә илтә, ә тарыраҡ, уңайһыҙыраҡ һуҡмаҡтар аша, һағыраҡ, уйлабыраҡ, аҙымдарыңды самалабыраҡ баҫҡанда, мораҙыңа ирешеүе еңелерәк. Мин ошо хәҡиҡәтте һуңлабыраҡ булһа ла төшөндөм”.
Бөгөн Сергей Иванович — наркомания ауынан ысҡынырға теләп, яңы тормош башларға ынтылыусыларҙың күҙ терәп торған өмөтө һәм һуңғы ышанысы. Христиандар ҙа, мосолмандар ҙа “Бойондороҡһоҙлоҡ”ҡа юлды иғландар, таныштары, дуҫ-иштәре аша эҙләп тапҡан. Наркомандарҙы реабилитациялауҙың ошондай үҙенсәлекле формаһы, махсус программаһы Рәсәйҙә егерме йылға яҡын эшләй. Маҡсаты — ауырыуҙарҙың рухын көсәйтеү, үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләү.
Ике ҡатлы йортто ҡуртымға алып, йәмғиәткә лә, яҡындарына ла ауыр йөккә әүерелгән сирлеләрҙе бер урынға туплап, уларҙың көн тәртибен билдәләү, ашатыу-эсереү, аралашыу етәксенең көсөн дә, ваҡытын да ала. Талаптар ҙа юғары: бында аяҡ баҫырға тәүәккәлләгән һәр кем тәмәке, алкоголле эсемлектәр һәм наркотиктар менән бөтөнләйгә хушлашырға тейеш. Программа бер йылға иҫәпләнеп, өс үҫеш баҫҡысына бүленгән. Һәр баҫҡыстың — үҙ маҡсаты һәм йөкләмәһе.
2011 йылдың 30 декабренә ҡарата статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, республикабыҙҙа “наркоман” диагнозы ҡуйылған 5869 кеше иҫәптә тора. Был һанды 10-20 тапҡырға ҡабатлағанда ғына ысынбарлыҡты күҙ алдына килтерергә мөмкин, ти белгестәр. Иҫәптә тормаған һәм үҙен һис тә ауырыу тип һанамаған, әммә “аҡ ағыу”ҙы тәмләргә әүәҫләнгән йәштәр эргәбеҙ тулы.
Йөҙөнә ҡайғы эҙҙәре юйылмаҫлыҡ булып яғылған, алсаҡ Анна Николаевнаның күҙҙәренән ирекһеҙҙән ағылған йәштәрен тотоп тыйырлыҡ түгел. Һөйөнөстән дә әсәйҙәр илай шул.
— Сергей Ивановичҡа ниндәй генә рәхмәт һүҙҙәре әйтһәм дә, аҙ булыр төҫлө. “Аҡ үлем” ҡоллоғона төшкән улыма бер өгөт-нәсихәт тә, врачтар ҙа ярҙам итә алмағас, тамам өмөтһөҙлөккә бирелдем. Осраҡлы ғына ошо реабилитация үҙәге тураһында белеп ҡалдым. Бер йыл программа буйынса эш барҙы, улым бөгөн яңы тормош юлына аяҡ баҫырға әҙерләнә. Хатта һөйләшеүе, миңә ҡарата мөнәсәбәте лә тамырҙан үҙгәрҙе. Элекке мөхитенән айырылырға көс тапты, пландар ҡора, дин ҡанундарын өйрәнә. Минеңсә, наркотик ҡулланыусыларға һис “икенсе сорт” тип ҡарарға ярамай. Дауаланып, тәүбәгә килеп, яңы тормош башлаусы йәштәрҙе ваҡыт үтеү менән наркология диспансерындағы иҫәптән төшөрөргә кәрәк. Бәлки, ошондай мөмкинлек биреү киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән аяҡ баҫырға ярҙам итер? Ғүмер буйы ҡәһәрле “наркоман” мөһөрө оҙатып йөрөүен күптәр бик ауыр кисерә бит, — тип үҙен борсоған һорауҙар менән дә уртаҡлашты әсә.
Анна Николаевнаның әйткәне раҫ, үҙәктә йылы, таҙа, һәр ерҙә тәртип. Берәүҙәр кухняла дежур итә, икенселәр сүп-сарҙан биләмәне таҙарта. Наркомания ҡоллоғонан ҡотолорға көс тапҡан Олег кеүек егеттәр хәҙер үҙҙәре — үҙәк етәксеһенең “уң ҡулы” — волонтерҙар хеҙмәтен башҡара. “Әммә барыбер күңелде ҡурҡыу тойғоһо кимерә, — тип эс серҙәрен бушатты ул да, — яңылышып ҡына йәнә шул тайғаҡ юлға төшөп ҡуймағайым, тип һиҫкәнеп китәм”.
Йомшаҡ дивандарға теҙелеп ултырған һөлөк кеүек егеттәрҙең нисек хәүефле “ау”ға эләгеп, яман сиргә юлығыуын күҙ алдына килтереүе ауыр. Барыһы ла ҡәҙимге тормошта йәшәгән, мәктәптә белем алған, беҙ йөрөгән һуҡмаҡтарҙан йөрөгән. “Шаярып ҡына башланған эш ине, — тине берәүһе уйҙы аңлағандай. — Наркомания һаҙлығының үҙенә нисек һурып алғанын һиҙмәй ҙә ҡалғанмын”.
Наркотик тураһында һүҙ сыҡһа, ағыулы энәләрҙе, ҡан тамырҙары теткеләнеп, тишелеп бөткән наркомандарҙы күҙ алдына килтерергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Баҡһаң, тормош ағышынан күпкә артта ҡалғанбыҙ. Егеттәр әйтеүенсә, “хәҙер ағыуҙы тәнгә ҡаҙап индермәйҙәр, ә ауыҙ тултырып “ашайҙар” икән. “Һеҙҙеңсә, аңды томалаусы наркотиктарға ҡул һуҙғандарҙы кәметеү өсөн ни эшләргә мөмкин? Заман сирен нисек ауыҙлыҡларға?” — тип һорауыбыҙға егеттәр берҙәм яуап ҡайтарҙы: “Составында кодеин матдәһе булған дарыуҙарҙы рецепһыҙ һатыуҙы туҡтатырға кәрәк”. Тимәк, эш башы сит тарафтарҙан ағылған контрабандала ғына түгел, төп иғтибар дарыуҙарҙы һатыуҙа ҡанундарҙы камиллаштырыу һәм закон боҙоусыларҙы енәйәт яуаплылығына тарттырыуға ла йүнәлтелергә тейеш. Һуңғы осорҙа интернет-заказдар юлы менән синтетик наркотиктар ташыу әүҙемләшкәнен яҡшы беләбеҙ, енәйәтселәр яңы шарттарға тиҙ ҡулайлаша шул.
— Туҡһанынсы йылдар менән сағыштырғанда, наркомания тоҙағына эләгеү өсөн ысулдар ҙа, мөмкинлектәр ҙә ныҡ артты. Ҡорбанды эләктереү өсөн “ем”дә башҡа. Энәләр урынына кешенең психикаһын, баш мейеһе эшмәкәрлеген емереүсе үтә көслө ағыуҙар алмашҡа килде, — тип һүҙгә ҡушылды Сергей Иванович.
— Ауырыуҙарҙы һауыҡтырыу — үтә оҙайлы эш, һәр беребеҙҙән ихтыяр, түҙемлек талап итә. Әлбиттә, үҙәктең талаптарын үтәй алмай, үҙен еңергә көс тапмай йәнә элекке “кәсебенә” тотоноусылар ҙа булғылап тора.
Мәшәҡәт етерлек, тәрбиәләнеүселәрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу теләге лә, хеҙмәт терапияһын ойоштороу мәсьәләһе лә тынғылыҡ бирмәй. Бөгөн үҙәктә 19 кеше йәшәй, иртәгә был һандың ҡайһы яҡҡа ауышыры билдәһеҙ. Дәрүиштәрсә көн итеүсе егеттәр ярлылыҡ, ҡыҫынҡылыҡ, һәр нәмәлә самалыҡ бөркөлгән мөхиттә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, бер нигә зарланмай һәм бер ни ҙә талап итмәй. Бер йылға ҡуян тиреһе лә сыҙаған, тигәндәй, көнкүреш уңайһыҙлыҡтары уларҙы ҡурҡытмай. Алда йәштәрҙе нимә көтә? Кем еңер — аҡылмы, әллә психотроплы матдәләрҙең ылыҡтырғыс көсөмө, аҙашып йөрөп булһа ла, үҙ юлыңды эҙләп табыумы, әллә имгәк хәлендә донъянан ваз кисеүме?
...Береһенән-береһе һөйкөмлө ике сабыйҙы ҡосаҡлаған йәш ата-әсәне күңелһеҙ, нурһыҙ мөхиттә осратыу сәйер тойолһа ла, Василий менән Евгенияның да яҙмышы тап ошо үҙәккә ҡағылғанын белдек.
— Мин үҙем Белореттан, ә ҡатыным — Өфө ҡыҙы. Йәшлек иҫәрлеге менән икебеҙ ҙә наркотиктар йәтмәһенә эләгеп, реабилитация үҙәгенә килеп юлыҡтыҡ. Әммә беҙҙә йәшәү көсө, маҡсатҡа ынтылыш барыһын да еңде. Нисек тә бәйһеҙ тормоштан ҡотолорға, үҙ юлыбыҙҙы табырға тырыштыҡ. Өйләнештек, икебеҙ ҙә юғары уҡыу йортон тамамланыҡ. Һөйөндөрөп ул һәм ҡыҙыбыҙ үҫә. Әле дәррәү килеп йорт һалабыҙ. Бындай реабилитация үҙәктәре бөгөн бик кәрәк, — тине Василий.
Ошо үлемесле матдә ҡорбанына әүерелгән Руслан исемле егет менән аралашыу күңелдә ауыр тойғо ҡалдырҙы. Өҫтәүенә СПИД эләктергән. Аҡыл ҡеүәһе биш йәшлек баланыҡынан артмай төҫлө. Үҫемлек ни — ул ни, нимә ҡушһалар, шуны өнһөҙ генә үтәй. Ҡарап тороуға бына тигән мыҡты ир-егет үҙ хәлен яҡшы белә.
Өмөт утрауына терәк эҙләп килгәндәрҙең яҙмышы һыу тамсыһындай оҡшаш булһа ла, киләсәктәрен әлегә төҫмөрләүе ҡыйын. Береһенән-береһе бейегерәк, күркәмерәк, затлыраҡ коттедждар араһында моңһоулыҡҡа батҡан, хәстәрлеккә, аңлауға мохтаж өмөт утрауы юғалып ҡалғандай. Әҙәм балаһын донъя менән бәйләүсе, йәшәү һәләте биргән маҡсатҡа илтеүсе һуҡмаҡ ҡына өҙөлмәһен ине.
Динә АРЫҪЛАНОВА


Вернуться назад