Донъя күреү – үҙе бәхет02.09.2015
Донъя күреү – үҙе бәхет Ғәҙәттә, сәфәр хаҡында һүҙ сыҡһа, өлкәндәр шулайыраҡ яуап бирә:
— Беҙ ҡартайҙыҡ инде. Хәҙер ҡыҙығы ла юҡ.
— Ана, йәштәр йөрөһөн! Беҙгә өйҙә генә ултырыу хәйерле...
Ә бына Ғафури районының өлкәндәре дәртле булып сыҡты: яңыраҡ бер төркөм хеҙмәт ветерандары Өфөгә килеп, төрлө тарихи урындар менән танышып ҡайтты. Баш ҡалаға бындай үҙенсәлекле сәфәрҙе райондың ветерандар советы ойошторған. Гәзитебеҙҙең үткән һандарының береһендә белдереүебеҙсә, әбйәлилдәр ҙә ошондай сәйәхәттә булғайны.



Ғафуриҙарҙың экскурсияһы республиканың Хәрби Дан музейынан башланды. Унда яҡташтарын ғилми хеҙмәткәр, публицист Фәрит Вахитов ҡаршыланы. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре хаҡында бай мәғлүмәт туплаған эҙәрмән-яҙыусы ҡунаҡтарға иҫтәлеккә үҙе яҙған китабын да бүләк итте.
Хеҙмәт батырҙары Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейы менән дә ихлас танышты. Мәшһүр ижадсы ҡасандыр йәшәгән ошо йортта уларға йәнә бер яҡташтары, яҙыусы Лира Яҡшыбаева менән аралашыу мөмкинлеге тыуҙы.
– Өйҙә мүкләнеп ятҡансы, донъя күреп йөрөү — үҙе бер бәхет, — тине Салауат Түзбәков. – Үҙем, уҡытыусы булараҡ, элек уҡыусылар менән Өфөгә йыш килдем. Ҡала хәҙер ныҡ үҙгәргән, һиҙелерлек матурайған. Сәфәрҙән алай ҙа баш тартмағанмын.
Райондың ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова белдереүенсә, бындай саралар бик кәрәк. Йәшлегендә тырышып эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн хаҡлы ялда танышыу-аралашыу бәхетен татыу — ҙур ҡыуаныс. Ошондай сәфәрҙәрҙе киләсәктә лә ойошторорға ниәтләй ғафуриҙар.


Вернуться назад