Ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм01.09.2015
Республикабыҙҙың Фәндәр академияһы ете томлыҡ китап булып һәм электрон рәүештә донъя күргән “Башҡорт энциклопедияһы”н Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһына тәҡдим итте. Был хеҙмәтте башҡарыуға академик М.Ә. Илһамов, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Б.М. Миркин, “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәте директоры У.Ғ. Сәйетов, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре К.И. Әһлиуллина менән Л.И. Шарапова күп көс һалған.


“Башҡорт энциклопедияһы” — республикабыҙ тарихын, сәнғәтен, этнографияһын, гео­графияһын, иҡтисадын, экологияһын һәм башҡа өлкәләрен сағылдырған фәнни мәғлүмәт йыйынтығы ул. Баҫмала тормошо республикабыҙ менән бәйле шәхестәр, яҙыусылар, ком­позиторҙар, рәссамдар, ғалимдар, спортсылар хаҡында биографик белешмәләр урын алған.
Энциклопедияны әҙерләүҙә юғары квалификациялы меңдәрсә автор ҡатнашҡан. Эколог булараҡ, ауыл хужалығы, тупраҡты һаҡлау мәсьәләләре күтәрелгән мәҡәләләрҙең көнүҙәклеген айырып билдәләргә теләйем. Республикабыҙҙағы үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы тураһындағы мәғлүмәттәр юғары кимәле менән айырылып тора.
Әйтергә кәрәк, илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә донъя күргән ошондай уҡ баҫмалар араһында “Башҡорт энциклопедияһы”на тиңдәр юҡтыр. Уның дәүләт премияһына тәҡдим ителеүен тулыһынса хуплайым, республикабыҙҙағы фәндең үҫешенән ҙур ҡәнәғәтлек, Башҡортостан өсөн ғорурлыҡ кисерәм.

Йәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
Башҡортостандың Төбәк тикшеренеүҙәре институты директоры,
Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты,
республиканың атҡаҙанған фән эшмәкәре.



Вернуться назад