Быйылғы кәңәшмә яңы асылған “Sheraton” отелендә уҙҙы, уның барышын мәктәптәрҙә онлайн-режимда ҡарау мөмкинлеге лә булды. “Мәктәпкәсә, дөйөм һәм өҫтәмә белем биреүҙең интеграцияһы” тип аталған был сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов, Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы рәйесе Раил Әсәҙуллин, мәғариф идаралығы, уҡытыу ойошмалары вәкилдәре, педагогик хеҙмәт ветерандары, ата-әсәләр йәмғиәте ағзалары ҡатнашты.
Республиканың дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу сифатлы белем биреүҙе ныҡлы ойоштороуға ла йүнәлтелгән. Һандар теле менән әйткәндә, Өфө ҡалаһындағы балалар баҡсаларына 55 мең бала йөрөй. Урын мәсьәләһе көн ҡаҙағына һуҡмай тиерлек. Әле Дим, Октябрь, Калинин райондарында биш яңы балалар баҡсаһы төҙөлә. Дөйөм белем биреү системаһында 130 ойошма иҫәпләнә, уларҙа 100 меңдән ашыу бала уҡый. 2015 йылда 95 мәғариф ойошмаһына капиталь ремонт эшләнгән. Учреждениеларҙың 78,5 процентында – инеүҙе күҙәтеү системаһы, 81 процентында видеокүҙәтеү көйләнгән. Һәр белем усағы юғары тиҙлекле Интернет, электрон китаптар, программалар, аңды үҫтереүсе уйындар тупланмаһы менән тәьмин ителгән. “Бер уҡыусыға – бер компьютер” принцибы буйынса йыһазландырылған мобиль һәм предмет кабинеттары булдырыла. Белем алыу процесында уҡыусылар шәхси электрон ҡорамалдарын да ҡуллана аласаҡ.
Август кәңәшмәһе барышында, атап үтелгән мәғлүмәттәрҙән тыш, юғары уҡыу йорттарының белем биреү кимәле, ундағы уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығы хаҡында ла телгә алынды. Атап әйткәндә, Өфө дәүләт авиация техник университеты ҡарамағындағы 153-сө лицейҙың алдынғы һөҙөмтәләре миҫалында фекерҙәр яңғыраны, һәр юғары уҡыу йортоноң билдәле бер мәктәп менән тығыҙ бәйләнештә тороуы мөһим тигән теләк-тәҡдимдәр ҙә булды.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов үҙ сығышында: “Өфөнөкө булыу ғына яҡшыраҡ икәнлекте аңлатмай, баш ҡалала ла үҙ етешһеҙлектәре осрап тора,” – тип белдерҙе. Салауат Тәлғәт улы баш ҡала уҡытыусыларын камиллыҡҡа, юғары һөҙөмтәләргә ынтылырға саҡырҙы, сөнки тап уларҙан район, ауыл мәктәптәрендәге мәғариф хеҙмәткәрҙәре өлгө ала.
Ҡаланың мәғариф системаһындағы кадрҙар мәсьәләһенә килгәндә, быйыл Өфөләге белем усаҡтарына былтырғыға ҡарағанда 30-ға күберәк, йәғни йәмғеһе 192 йәш белгес эшкә килгән. Баш ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова һүҙҙәренсә, заманса белем биреүҙе ойоштороу өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған, ә төп маҡсат – әлегәсә өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе тағы арттырыу.
Кәңәшмәлә уҡытыу процесын ойоштороу, эшмәкәрлекте камиллаштырыу, яңылыҡтарҙы үҙләштереү мәсьәләләре хаҡында һөйләшеүҙән һуң мәктәп-гимназияларҙың алдынғы уҡытыусыларын тәбрикләү тантанаһы уҙҙы. Ә телгә алынған тәҡдим-кәңәштәр белем усаҡтарына таратылып, артабанғы эшмәкәрлектә ҡулланыласаҡ.