Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!01.09.2015
Бөгөндән 2016 йылдың тәүге яртыһына мат­бу­ғат­ҡа яҙылыуҙың төп осо­ро башланды. Гә­зит ме­нән дуҫ­лығын оҙай­тыуҙы алдан уҡ хәс­тәрләп, квитанция кү­сермәһен редак­ция­ға ебәргәндәргә “2016 йылға башҡортса дини календарь” вәғәҙә ит­кәй­нек. Иҫ­тәлекле бүләкте тоғро дуҫтарыбыҙ — Күгәрсен районының Мо­раҡ ауылынан Урал Псәнчин, Стәрлетамаҡ ра­йонының Мәҡсүт ауылынан Б. Ишембаев, Йы­лайыр районының Һабыр ауылынан Эльза Ураҙғолова, Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан Гайдар Айытҡужин, Ҡырмыҫҡалы ра­йонының Ҡар­лыман ауылынан Фидат Юнысов, Әбйәлил районының Ташбулат ауылынан Ишморат Әхтәмов, Ауырғазы районының Талбазы ауылынан Нафиҡ Дауытов һәм башҡалар — аласаҡ. Рәхмәт һеҙгә!
Киләһе ярты йыллыҡҡа хаҡтар түбәндәгесә:
50600 индексы — 1436 һум 28 тин
31805 индексы — 609 һум 90 тин
60740 индексы (ойошма, предприятиелар өсөн) — 1742 һум 28 тин.
Шуныһы мәғлүм булһын: киләһе йылда “Баш­ҡортостан” гәзите аҙнаһына өс тапҡыр — ши­шәмбе, шаршамбы, йома — сығасаҡ. Шуға ла төп индексҡа яҙылыу хаҡы бер аҙ арзаныраҡ. Әйткәндәй, баҫманың күләме шул килеш һаҡлана.





Вернуться назад