Белем көнөн ниндәй кәйеф менән ҡаршылайһығыҙ?01.09.2015
Рәмзә ЯМАЛОВ, Илеш районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе:
– Байрам кәйефе шәп булырға тейеш инде ул! Белем көнөн шатланып ҡаршы­лайбыҙ. Барлыҡ мәк­тәптәребеҙ яңы уҡыу йылына әҙер. Өҫтә­үе­нә балалар йылдан-йыл арта. Быйыл, мәҫәлән, I клас­ҡа 425 уҡыусы килә. Үҙемдең мәктәп йылдарын иҫкә төшөрөп, бер аҙ һағышланып та алам.

Радик САБИТОВ, мәктәп директоры:
– Оло яуаплылыҡ тоям. Уҡы­тыу­сы­лар­ҙың, ата-әсәләрҙең, балаларҙың өмөт тулы күҙҙәренә ҡа­рап, тотош ил алдында бурыслы икәнлегемде аң­лауҙан тулҡынланам, йөрәгемә көс-ҡеүәт алам был көндө.

Сәлимә КӘРИМОВА, уҡытыусы:
– Белем көнө – иң матур байрамдарҙың береһе. Шағир әйт­кәнсә, “Был – беҙҙең аш­ҡынып, һағынып көткән көн”. Балаларым да “алтын һуҡмаҡ”ҡа ҡы­уа­нып аяҡ баҫты. Үҙемдең генә күңелем бер аҙ бо­йоғоп тора: дәрестәремде ҡыҫҡарттылар. Шулай ҙа кәйефте бөтөнләй төшөрмәйем. Еңеү­ҙәребеҙ алда әле!

Малик ХӨСНӨТДИНОВ, пенсионер:
– Мәктәптең эргәһендә генә йәшәйем. 1 сен­тябр­ҙе тул­ҡын­ланып көтә, байрам барышын эскәм­йәгә сығып ултырып күҙәтә, балалар, уҡы­тыу­сылар, ата-әсә менән бергә ҡыуана тор­ғай­ным. Былтыр иһә мәктәбебеҙ ябылып ҡуйҙы. Кү­ңелгә шул ҡәҙәр ҡыйын...

Гөлсимә РАЙМАНОВА, хужабикә:
– Быйыл мәктәптә өс балам уҡыясаҡ. Эшем­дән ҡыҫ­ҡар­тыл­ғанлыҡтан, уларҙы уҡыу­ға әҙерләү, ке­йем-һалым алыу ифрат ҡыйынға тура килде. Шу­лай ҙа кәйеф һәйбәт – Белем көнө бит. Балаларым йөҙөмдө ҡыҙартмаҫ, тырышып уҡыр тип ышанам.



Вернуться назад