“Бал өсөн яралтҡан Хоҙай был ерҙе”01.09.2015
“Бал өсөн яралтҡан Хоҙай был ерҙе” — Итәғәтле булып күренер өсөн түгел, ә ысын күңелдән шуны әйткем килә: мин умартасылыҡ менән шөғөлләнгән бар илдә лә булдым, ләкин был шөғөлдөң Башҡортостандағы һымаҡ быуындан-быуынға ҡалдырылып килеүен, күсәгилешлелеген башҡа бер ерҙә лә күрмәнем. Бында тармаҡтың киләсәге бар, — тине балалар ярышын ҡарап сыҡҡандан һуң Халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы президенты Жиль Ратиа. — Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашҡанда ла тармаҡты үҫтереү буйынса бик күп яңылыҡ ишеттем. Башҡортостандың умартасылыҡ үҙәге булыуына инандым...


Һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул: жюри ағза­лары, баһалаусылар һорау биреп тә өл­гөр­мәй, һигеҙ йәштән башлап ун алтыға тик­лемге малай, ҡыҙҙар яуабын табып ҡына тора. Практик ярыштарҙа ла һынатманы улар. Жиль Ратианы аптыратҡаны тағы шул булды: үҫмерҙәргә лә өлкәндәрҙеке һымаҡ уҡ һынауҙар ҡуйылғайны. Ҡунаҡ йә һоҡланып телен шартлатты, йә башын сайҡаны — француз телен урыҫсаға ауҙармаһаң да уның хәрәкәтенән, осҡон сәскән күҙҙәренән, ауазынан ни һөйләүен аңлап була ине.
“Бал өсөн яралтҡан Хоҙай был ерҙе”Быйылғы конкурс үҙенсәлекле булды. Берҙән, 15-се тапҡыр уҙғарылып, юбилей яры­шы ине ул. Үҫмерҙәрҙеке 9-сы мәртәбә үтте. Өсөнсөнән, иң мөһиме ошолор: сара I рес­публика умартасылыҡ форумы тип аталды. Тәүге көндө конференция уҙға­рыл­ды. Унда ға­лим­дар ғилми эштәрен умар­та­сыларға ет­кер­ҙе. Һуңынан Рәсәйҙә беренсе бу­лып әҙер­ләнгән “Умартасылыҡ тура­һын­да”ғы законға үҙгә­реш­тәр индерҙеләр. Әйт­кәндәй, бөтөн ил буйынса был документты тиҙҙән ҡабул итергә йы­йыналар. Ни өсөн үҙ­гә­реш индерәләрме? Беҙҙең умар­та­сы­лар­ҙың бөгөн төп проб­ле­маһы — ситтән Кавказ, Урта Азия бөжәктәрен ин­дереү сәбәпле, урындағы баш­ҡорт бал ҡор­то­ноң нәҫеле боҙолоуы. Шулай уҡ етеш­тер­гән балды һатыу менән бәйле ауыр­лыҡтар күп. Тағы ла, минең янға килеп, Ауырғазы, Ну­риман умартасылары былай тип яҙы­уым­ды һораны: “Хәҙер көнбағыш, ҡарабойҙай күп сәселә, ләкин уларға ҡорт ҡунмай. Ниндәйҙер гибрид орлоҡтар алынамы икән?” Әлбиттә, уйланаһы урындар ҙа, башҡараһы эштәр ҙә етерлек.
“Бал өсөн яралтҡан Хоҙай был ерҙе”Райондарҙан “иң-иңдәр” генә килгәйне. Тәүҙә үҙҙәрендә шундай уҡ конкурстар үткәрелеп, һайлап алынғандар. Ҡатнашырға теләгәндәр бик күп булған. Республика ярышына 38 райондан 122 тәжрибәле умартасы йыйылһа, 29 район 42 баланың еңеп ҡайтыуын теләгән. Тағы шуныһын да әйтергә кәрәк: күптәре ғаиләһе менән көс һы­нашты. Мәҫәлән, Нуриман районынан Мөхәррәм Янов менән 18 йәшлек ҡыҙы Динара бергә булһа, 10 йәшлек Рания балалар араһында ярышты. Әйткәндәй, икенсе урын алды ул ҡыҙ. Тәүге баҫҡысҡа күтәрелгән Ауырғазы районының Мораҙым ауылы ҡыҙы Илвина Нәҙершина ла атаһы Илнур, әсәһе Ләйсән менән килгәйне.
Юбилей конкурсының тағы бер үҙенсәлеге — 14 йыл буйы еңеп, призлы урындарҙы алып килгән умартасылар “абсолют чемпион” исеме өсөн көрәште.
Конкурстың йомғаҡлау өлөшө мәҙәниәт һа­ра­йын­да уҙҙы. Был да яңылыҡ ине. Рәсми өлөш та­мам­ланғас, ҡиммәтле бүләктәрҙе Халыҡ-ара умар­тасылыҡ ассоциациялары федерацияһы пре­зи­денты Жиль Ратиа, Башҡортостан ауыл ху­жа­лы­ғы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йы­­­һаншин, Башҡортостан Умартасылыҡ һәм апи­те­рапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директо­ры Әмир Ишемғолов, Ауырғазы районы ха­­кимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов һәм башҡа етәк­селәр, бағыусылар тапшырҙы. Бына улар, сәх­нә түренә — еңеүселәр баҫҡысына — күтәрелеүселәр:
абсолют чемпион — Ишембай районынан Илгиз Шәнгәрәев;
өлкәндәр араһында — Миәкә районынан Миңлебай Әһлиуллин, Дүртөйлөнән Тимур Фәхрәзов, Ҡыйғынан Марат Йосопов;
йәш умартасылар — Ауырғазы районынан Илвина Нәҙершина, Нуримандан Рания Янова, Баҡалынан Айнур Әхмәтвәлиев.
Һәр кем тәжрибә уртаҡлашып, яңы дуҫтар, фекерҙәштәр табып, алдағы эштәренә сәм алып та­ралышты үҙәк майҙандан. Иң мөһиме — ата-баба шөғөлө йәшәгәнлеген, уның киләсәге булғанлығын бар донъяға танытты умартасылар.


Вернуться назад