Ашҡынып, һағынып көткән көнөбөҙ01.09.2015
Ашҡынып, һағынып көткән көнөбөҙ Ҡәҙерле балалар!
Хөрмәтле уҡытыусылар һәм ата-әсәләр!

Һеҙҙе 1 сентябрь байрамы менән ихлас тәбрикләйем!
Белем көнө — ысын мәғә­нә­һендә бөтөн халыҡ байрамы ул. Һәр беребеҙ ҡасандыр тәүге тап­ҡыр мәктәп ишеген асып инде, ә аҙаҡ сығарылыш кисәһендә белем усағы менән хушлашты. Иң элек бөгөнгө уҡыусыларҙы, сту­дент­тарҙы һәм, әлбиттә, уларға бе­лем биргән уҡытыусыларҙы, ба­лаларының өлгәше өсөн көн дә борсолған ата-әсәләрҙе ошо һоҡ­ланғыс байрам менән ҡотлайым!
Ҡәҙерле уҡыусылар! Күңе­ле­геҙҙә һис ҡасан да фәндәрҙе өйрә­неүгә, яңы белемгә ынтылыш һүн­мәһен. Һеҙҙең өсөн өр-яңы асыш­тар башлана, һәр көнөгөҙ ҡы­ҙыҡлы тәьҫораттар менән һуғарыласаҡ.
Хөрмәтле уҡытыусылар! Бө­гөн мәғарифтың үҫеше дөйөм мил­ли әһәмиәткә эйә. Көндәлек хеҙ­мәтегеҙ менән йәштәргә һәм үҫмерҙәргә тәрбиә, белем биреү эшендә уңыш ҡаҙанаһығыҙ. Яңы уҡыу йылы — ошо мөһим һәм яуап­лы эштең сираттағы этабы.
Ҡәҙерле дуҫтар! Белем көнө менән һеҙҙе! Яңы уҡыу йылында яҡ­шы кәйеф, ҡыҙыҡлы һәм һө­ҙөм­тәле эш, ижади уңыштар теләйем.

Ихтирам менән, Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис ҒАЯЗОВ.



Вернуться назад