Рәсәй янғынға ҡаршы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 22-се отрядында эшләүсе янғын һүндереүсе, эске хеҙмәт сержанты Юлай Исҡужин армияла илебеҙҙе һаҡлап ҡына түгел, халҡыбыҙҙы данлап та ҡайтҡан. Хеҙмәтенең тамамланыуына ике йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, башҡорт егетен алыҫ Севастополдә әле һаман һоҡланып телгә алалар. Рәсәйҙең Украиналағы Ҡара диңгеҙ флотында сыҡҡан “Флаг Родины” гәзитендә уның хаҡында “Бейе, Юлай!” тигән күләмле мәҡәлә лә баҫтырғандар.
...”Ладный” хәрби карабы экипажы Яңы йыл кисәһенә йыйыла. Күңелле гәпләшкән моряктар тауышын ҡапыл лезгин көйө бүлдерә, һәм Дағстан егеттәре бейергә сыға. Саялыҡ бөрккән йәшен тиҙлегендәй етеҙ хәрәкәттәрҙе һоҡланыулы ҡараштар, ҡеүәтләү ауаздары, көслө алҡыштар оҙата. Шул саҡ Юлай: “Эх, егеттәр, башҡорт бейеүен күргәнегеҙ юҡ әле!” – тип ҡапыл эстән ҡабынып, талпынып китә. Иптәштәре алдына нисек сығып баҫҡанын һиҙмәй ҙә ҡала ул. Башҡорт көйө юҡ тип тормай, үҙ баһаһын белеп кенә, күкрәк киреп бейергә төшә. Таһыллы хәрәкәттәрендә, көслө тыпырлауҙарында берсә халҡының азатлыҡ һөйгән булмышы, берсә башҡорт ир-егеттәренең саялығы, ғорурлығы һәм хәрби рухы сағылғандай була. Уға хәҙер көй ҙә кәрәкмәй: бейеүҙе аяғүрә баҫҡан иптәштәренең дәррәү алҡышына башҡара. Ошо сығышынан һуң Юлайҙы ҡала һәм өлкә кимәлендәге мәртәбәле концерттарға саҡыра башлайҙар.
– Бала саҡтан сәхнәләрҙән төшмәгәс, ул сараларҙа ихлас ҡатнаштым, – ти маһир егет.
Теге саҡ диңгеҙ карабын, һуңынан Украинаның ҙур сәхнәләрен шаулатҡан “Генерал Циолковский”ҙы Юлай атаһынан – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Баймаҡ ҡалаһының “Ирәндек” халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе Динислам Исҡужиндан — өйрәнгән. Бейеүсенең өлкән улы Салауат та тормошон сәнғәткә бағышлаған – Өфө ҡалаһының “Мираҫ” фольклор йыр һәм бейеү ансамбле артисы. Юлай иһә мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында юридик белем ала башлай, әммә бер мәл һайлаған һөнәренең күңеленә ятмауын аңлай.
– Тормошта үҙ урынымды табыр, төплө уйланыр өсөн армияға барырға булдым, – ти ул.
Хеҙмәт итәсәк карапҡа килгәс, башта Юлайҙың кәйефе ҡырыла: “Ладный” даръя иңләр урынға ремонтта ултыра, имеш. “Ҡайтҡас, ағай-энегә нимә һөйләрмен? Диңгеҙ иңләмәгән моряк буламы?!” – тип көрһөнә ул. Шулай ҙа эште еренә еткерергә өйрәнгән яуаплы егет экипаж етәкселегенең иғтибарынан ситтә ҡалмай – уға йыл ярымлыҡ хеҙмәт менән сикләнмәҫкә кәңәш итәләр. 2006 йылдың авгусында ил һаҡсыһы контрактҡа ҡул ҡуя. Тиҙҙән “Ладный” ҙа сафҡа баҫа.
Хәрби карап алыҫ сәфәрен Урта диңгеҙҙән башлай, Төркиә, Италия, Сүриә, Греция порттарын урап сыға. Экипаж унда НАТО-ның “Әүҙем тырышлыҡ” (“Активные усилия”) операцияһында ҡатнаша – террорсылар тарафынан файҙаланыу ихтималлығы булған тауарҙы (шул иҫәптән күмәк кешене ҡыра торған төрлө ҡорал һәм шартлатҡысты) сик аша законһыҙ сығарыуға ҡаршы көрәшә. Контракт хеҙмәтенең I статья старшинаһы Юлай Исҡужин ракета-артиллерия һағы командиры итеп тәғәйенләнә, йәғни борттың айырым бер өлөшөнөң именлеге һәм таҙалығы өсөн яуаплы була, уға дүрт матрос беркетелә.
– Хәрби карап мискә тулы дары кеүек хәүефле, шуға күрә вазифам бүтәндәр йоҡлағанда ла уяу булырға ҡушты. Беҙҙең бүлексә караптың боҙолған ерҙәрен төҙәтеп торорға, ҡотҡарыу кейемдәре һәм ҡорамалдарын теүәлләргә тейеш ине. Ғөмүмән, “экипаж” һүҙе минең өсөн “бер бөтөн” тигән кеүек яңғырай. Һәр кем үҙ бурысын теүәл үтәһә генә карап һәйбәт йөҙә, – ти диңгеҙсе.
Ниһайәт, эҙләгәнен таба егет – тормошон ҡотҡарыу эшенә бағышларға ҡарар итә. Хәүефле булһа ла, һөнәрен ярата. Ике йылда тиҫтәләрсә янғын һүндереүҙә ҡатнашҡан, оло йәштәге ҡатынды төтөн эсенән алып сыҡҡан. Янғын һүндереүсенең дежурҙағы һәр секунды көсөргәнештә үтә, әммә эш дәүерендә осраған иң ауыры тип Урман ҡасабаһындағы ваҡиғаны иҫәпләй.
– Беҙгә шартлауҙарҙан ҡабынған утты ваҡытында һүндерергә ҡушылды. Үҙебеҙҙе һуғыш яланындағы һымаҡ хис иттек. Мәҫәлән, һыу алырға сыҡҡанда юл таҙа ине, кире барыуыбыҙға снаряд килеп төшөргә өлгөргән. Эргәбеҙҙә шартлауҙар яңғырап торһа ла, бурысты үтәнек. Урмандағы ваҡиға беҙҙең хеҙмәт өсөн ҡыйыулыҡҡа, оҫталыҡҡа һынау булды, – ти ҡуш йөрәкле егет.
Эше еңелдән булмаһа ла, Юлай Исҡужин яратҡан шөғөлө – бейеүгә ваҡыт таба, 22-се отряд исеменән баш ҡала, республика һәм төбәк-ара кимәлдәге концерттарҙа ҡатнаша. “Борон башҡорт яугирҙәре йыр-моңды юлдашы иткән, унан рухи ҡеүәт алған. Тимәк, Юлай кеүек рухлы егеттәребеҙҙә шул йола дауам итә”, – тиер ине күптәр, уның өҙә баҫып бейеүен күреп.
Нурзиә ХӘСӘНОВА
Кисәге һалдаттың кәңәштәре:-“Иретеп йәбештереүсе, тракторсы, шофер кеүек төрлө эшсе һөнәр бер ҡасан да ҡамасауламай”, – тип өйрәтәм үҙемдең ҡустыларға. Юғиһә, әллә ҡайҙа юғарыға ынтылабыҙ ҙа ҡалғанын һанға һуҡмаған булабыҙ, һөҙөмтәлә күп егеттәр ир заты башҡара торған эште белмәй үҫә.
- Мәктәптә уҡығанда уҡ спорт менән шөғөллән.
- Барғас та һуғышам, бушаҡ түгеллегемде күрһәтәм, тигән кәйеф менән килә ҡайһы берәүҙәр армияға. Унда һеҙҙе туҡмарға тип көтөп тормайҙар.
- Яңы ғына хеҙмәт итә башлағанһың икән, күпме ҡушалар, шул тиклем эшлә. Һәр кем үҙ урынын белергә тейеш.
- Һәлкәүләнмә, уяу, етеҙ бул.
- Өҫ-башыңды таҙа тот.
- Артыҡ яҡшы ла булып күренеп бармаҫҡа тырыш, сөнки бөтөн эште үҙеңә йөкмәтеүҙәре бар.
- Туғандары шуны онотмаһын: һалдат һәр саҡ һеҙҙең йылы һүҙгә мохтаж.