Юбилейҙар01.09.2015
1 – актер, драматург, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың, Татарстандың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Шамил Рәхмәтуллиндың тыуыуына – 85 йыл (1930 – 2001)
– драматург Хәмит Ирғәлингә – 65 йәш (1950)
– актер, режиссер, “Йәдкәр” фольклор ансамблен ойоштороусыларҙың береһе Фәтих Иҡсановтың тыуыуына – 80 йыл (1935 – 1992)
4 – рәссам, БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, “Почет Бил­дәһе” ордены кавалеры Рәшит Нур­мөхәмәтовтың тыуыуына – 90 йыл (1925 – 1986)
10 – географ-иҡтисадсы, география фәндәре кандидаты, профессор, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Мөхәмәтйән Хисмәтовтың тыуыуына – 85 йыл (1930 – 2010)
15 – шағирә, БАССР-ҙың атҡаҙанған мә­ҙәниәт хеҙмәткәре, “Почет Билдәһе” орде­ны кавалеры, Һ. Дәүләтшина исе­мен­дә­ге премия лауреаты Кәтибә Кин­йәбула­тованың тыуыуына – 95 йыл (1920 – 2012)
15 – “Һәнәк” сатирик журналының тәүге һаны донъя күреүгә – 90 йыл (1925)
– Социалистик Хеҙмәт Геройы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Почет Билдәһе” ордендары кавалеры Рафаил Гәрәевтең тыуыуына – 85 йыл (1930 – 2010)
18 – Социалистик Хеҙәмт Геройы, БАССР-ҙың атҡаҙанған элемтәсеһе, СССР-ҙың элемтә мастеры, Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры Әнүзә Дәүләтҡоловаға – 80 йәш (1935)
– шағирә, Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Х. Ғиләжев исемендәге премия лауреаты Зөбәржәт Йәнбирҙинаның тыуыуына – 70 йыл (1945 – 2009)
20 – Башҡортостандың тәүге Советтар Союзы Геройы, Ленин, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры Ғәфиәтул­ла Арыҫлановтың тыуыуына – 100 йыл (1915 – 1945)
– драматург, прозаик, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, I дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры Ибраһим Абдуллиндың тыуыуына – 95 йыл (1920 – 2005)
25 – Советтар Союзы Геройы, Ленин, I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры Сәлимйән Ғәлим­йәновтың тыуыуына – 100 йыл (1915 – 2005)
– шағир, журналист Сәрүәр Ғәлә­үетдиновҡа – 65 йәш (1950)
– шағирә, журналист, Башҡорт­остан­дың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғ­лү­мәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин һәм Ғ. Иб­­раһимов исемендәге премиялар лауреаты Флүзә Мырҙабаеваға – 65 йәш (1950).


Вернуться назад