Киҙеүгә ҡаршы — яңы вакцина29.08.2015
Өфөләге “Иммунопрепарат” предприятиеһы белгестәре киҙеүгә ҡаршы яңы вакцина уйлап тапты. “Микроген” берекмәһе филиалында сығарылған препарат быйыл халыҡҡа бушлай прививка эшләү өсөн файҙаланыласаҡ.

Берекмәнең генераль директоры Петр Каныгин әйтеүенсә, юғары хәүефһеҙлек, һөҙөм­тәлелек кимәленә эйә булған яңы вакцина 15,5 миллиондан ашыу кешегә киҙеүҙән һаҡланыу мөмкинлеген бирәсәк. “Совигрипп” тип аталған препарат, сит ил компоненттарын файҙаланмайынса, Рәсәйҙә етештерелә. Уны эшләүгә компания 200 миллион һум самаһы аҡса йүнәлткән.
Яңы вакцина Рәсәйҙәге медицина берләш­мәһендә хуплау тапҡан. Уның өсөн “Микроген” предприятиеһына Интеллектуаль милек буйынса федераль агентлыҡтың дипломы тапшырылған.



Вернуться назад