“Ҡунаҡтар”ға талап көсәйә29.08.2015
Башҡортостанда сит ил эшселәре көсөн файҙаланыу һөҙөмтәлелеген баһалауҙың өр-яңы алымы ғәмәлгә индерелә. Республика Хөкүмәте Президиумының ошо көндәрҙә үткәрелгән ултырышында тейешле ҡарар ҡабул ителде.
Әүәлге методика билдәләнгән квотаға ярашлы төбәккә килгән сит ил эшселәрен файҙаланыу һөҙөмтәлелеген баһалау өсөн тәғәйенләнә ине. Әлеге проект миграция ҡануниәтендәге үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып төҙөлгән. Ул республикабыҙҙа ваҡытлыса, шул иҫәптән патент, рөхсәт ҡағыҙы нигеҙендә эшләгән сит ил граждандарын, студенттарын һәм белгестәрен файҙаланыу һөҙөмтәлелегенә баһаны сағылдырасаҡ. Был республикалағы хәлгә тулыраҡ анализ бирергә, виза нигеҙендә килгән кешеләрҙең социаль-иҡтисади үҫешкә индергән өлөшөн баһалау йәһәтенән закон нормаһын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк.