Иреккә сыҡҡандарҙы хәстәрләп29.08.2015
Республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында хөкөмгә тарттырылған кешеләрҙең ҡайһы бер төркөмдәрен махсус социаль хеҙмәтләндереүгә йәлеп итеү тәртибе раҫланды.
Атап әйткәндә, иректән мәхрүм итеү урындарынан сығарылған, шул уҡ ваҡытта Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы административ күҙәтеү билдәләнгән һәм үҙ-үҙен хеҙмәтләндереү һәләтен тулыһынса йәки өлөшләтә юғалтҡан кешеләр хаҡында һүҙ бара. Граждандарҙың бындай төркөмдәре стационар ойошмаға беркетелә.