Коллекторға дәғүәгеҙ бармы?29.08.2015
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре комитеты рәйесе урынбаҫары Рәмил Хәкимовҡа коллектор хеҙмәттәренең эшен тикшерергә ҡушты.

Сәбәбе — граждандарҙан бурысты түләт­кәндә бәхәсле хәлдәрҙең йышайыуы. Шундай ваҡиғаларҙың береһе күптән түгел Ҡырмыҫ­ҡалы районында булды. Берәүгә лә бурысы, кредиты булмаған пенсионер ҡатындан коллекторҙар һыйырын тартып алған. Улар ошо өйҙә теркәлгән, әммә башҡа районда йәшәгән ирҙең бурысын әсәһенән түләткән.
Константин Толкачев әйтеүенсә, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, бурыслының мөлкәтен башҡарыу ҡағыҙы нигеҙендә суд приставтары ғына тартып алыу хоҡуғына эйә. Судҡа тиклемге ғәмәлдәр ҙә психологик, физик баҫым яһамайынса, Законға таянып тормошҡа ашы­рылырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коллектор хеҙмәттәренең эшендә етешһеҙлек, ту­- ­паҫ­­лыҡ осраҡтары етерлек. Бындай алымдар граждандарҙың хоҡуғын боҙа. Шуға күрә кол­лекторҙарҙың эшмәкәрлеген тыйыу, йә бул­маһа уны ҡәтғи көйләү мәсьәләһе күтә­релә.
– Ҡырмыҫҡалы районындағы ваҡиғаға кил­гән­дә, әле полиция һәм Прокуратура органдары тәүтикшереү менән шөғөлләнә, сөнки коллекторҙарҙың ғәмәлдәрендә хөкөмгә тарт­тырырлыҡ башбаштаҡлыҡ күренеше сағыла. Был өлкәлә ҙур тәжрибәгә эйә булған Рәмил Хәкимов хәлгә контролде үҙ иңенә аласаҡ, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе.



Вернуться назад