Төбәккә йәнә бер терәк29.08.2015
Башҡортостан Хөкүмәте менән “ВТБ” банкы төбәк биләмәһендә иҡтисади, инвестиция һәм социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

“ВТБ” банкының идара рәйесе Михаил Осеевский әйтеүенсә, документта яҡтарҙың республиканы үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашыу ниәте теркәлгән. Башҡортостан Хөкүмәте яғынан килешеүгә беренсе вице-премьер Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйҙы.
— Осрашыуҙа күтәрелгән иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе төбәктәге коммуналь инфраструктураны үҫтереү һәм яңыртыуҙыр, моғайын. Йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларын төҙөкләндереү зарурлығы хаҡында һүҙ алып барҙыҡ, — тине Михаил Осеевский. — Бынан тыш, оҙайлы кредитлау схемаһы буйынса мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөү мөмкинлеген тикшерҙек. Берәй мәға­риф учреждениеһын һайлап алып, уны фи­нан­слауҙа “ВТБ”-ны ҡатнаштырырға ки­ле- ­шелде.
Банк шулай уҡ республикала эшләгән компанияларҙың инвестиция проекттарына ла булышлыҡ итергә әҙер.





Вернуться назад