Һуңғы көндәрҙә яуым-төшөмдөң күп булыуы урып һуғыу эшенә бер аҙ тотҡарлыҡ яһай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ялан батырҙары уңышты юғалтыуһыҙ йыйыуға бар көсөн һала. Әлшәй районында саҡта быға йәнә бер ҡат инандыҡ.Мәҫәлән, ундағы “Колос Агро” – иң йәш хужалыҡтарҙың береһе. Ауыр хәлдә ҡалған элекке колхоздың таушалған бинаһын яңыртыу, сәсеүлектәрен тергеҙеү маҡсатында арымай-талмай көс түккән уңғандар.
– Хәҙер барлыҡ мәсьәләләр ҙә тиерлек яйға һалынды, – ти хужалыҡ етәксеһе Радик Гәрәев. – Эшмәкәрлекте бер нисә йүнәлештә ойошторғанбыҙ. Мал аҙығы әҙерләү осоронда тотҡарлыҡтарға юл ҡуйылманы. Әле ужым сәсеү бара, ерҙе туңға һөрәбеҙ.
Хужалыҡ эшсәндәре һалҡын миҙгелгә ныҡлы әҙерлек менән аяҡ баҫа. Һәр шартлы баш малға 35 центнер аҙыҡ берәмеге тура килә.
Радик Ғәле улы билдәләүенсә, эшселәргә ҡытлыҡ булғаны юҡ. Халыҡ дәртле бында. Араларында Рауил Ибәтуллин, Рафаэль Ғәйетов, Рөстәм Хәйретдинов, Рәмил Зиязетдинов, Айнур Миңлебаев, Венер Ғәлләмов, Сергей Лысенко, Радик Хәмитов һәм башҡалар – күптәргә өлгө.
– Шағир әйтмешләй, икмәк булһа, йыр ҙа булыр, – ти хужалыҡ етәксеһе. – Башҡараһы эште иртәгәгә ҡалдырырға ярамай. Дым ваҡытында ҡапланды, орлоҡто тупраҡ йылы саҡта сәстек, химик утауҙы оҙаҡҡа һуҙманыҡ. Бына бит – башаҡ тулы бойҙай, етмәһә, үҙҙәре туҡ. Тимәк, өҫтәлебеҙ ҙә мул булыр.