Райондың Шатмантамаҡ ауылы янындағы кукуруз яланында Силәбе археологтары ҡаҙыныу эшен башлағандан бирле урындағы халыҡ, айырыуса тарихсылар һәм тирә-яҡты өйрәнеүселәр яңылыҡ көтә — бындағы ҡурғандар ысынлап та сер һаҡлаймы?Беҙ барып төшкәндә, осо-ҡырыйы күренмәгән кукуруз баҫыуының бер мөйөшөндә археологтар ең һыҙғанып ҡаҙыныу эше менән мәшғүл ине. Бер таш ярсығын да иғтибарһыҙ ҡалдырмау, тупраҡтың һәр үҙенсәлеген күҙ уңында тотоу, табышыңдың бәләкәй генә өлөшөн дә һаҡлап алып ҡалыу, ай-һай, еңел түгел.
— Кәйефегеҙ нисек? — тип ҡыҙыҡһынабыҙ егеттәрҙән.
— Яҡшы. Эштәрҙе теүәлләп тә барабыҙ инде.
— Ысынлап та боронғо ҡурған һаҡланғанмы был ерҙә? — тип һораныҡ экспедицияның етәксеһе, тарих фәндәре докторы, профессор Александр Таировтан.
— Ҡурғандар тиһәк, дөрөҫөрәк булыр. Был ерҙә уларҙың дүртәү икәнлеге билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле берәүһен таба алманыҡ. Ҡалғандарын өйрәнәбеҙ.
— Нәҡ ошо ерҙә ҡурғандар барлығын ҡайҙан белдегеҙ?
— 1886 йылда уҡ билдәле археолог Игнатьев үҙ хеҙмәттәрендә ошо ауыл янында дүрт ҡурған убылыуы хаҡында яҙып ҡалдыра. Һуңынан был мәғлүмәт “Уфимские губернские ведомости” гәзитендә лә баҫылып сыға. Һуңғы йылдарҙа әлеге ҡурғандар менән ныҡлап ҡыҙыҡһынғандар булды. Әммә археологик ҡаҙыу эштәренә беҙҙең төркөм йөрьәт итте.
— Һөҙөмтә бармы һуң?
— Бында ниндәйҙер билдәле кешенең ерләнеүе ихтимал. Әле уның һөлдәһен таптыҡ. Бынан тыш, өс төрлө көршәк ярсығына юлыҡтыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡурғандар “ҡара ҡаҙыныусылар” тарафынан таланған. Хатта бер генә тапҡыр ҙа түгел. Кем белә, бәлки, был көршәктәрҙә ҡиммәтле таштар ҙа булғандыр. Бөгөн иһә барын һаҡлап ҡалып, тикшереү үткәреү мөһим. Кемдең ерләнгәне, ҡасан гүр эйәһе булғаны хаҡында антропологтарҙың экспертизаһынан һуң ғына һүҙ йөрөтөргә мөмкин.
— Ә һеҙ был ҡурғандарҙы ниндәй быуатҡа ҡарай тип күҙаллайһығыҙ?
— Ошоғаса беҙҙең эраға тиклемге IV – III быуаттар тип уйлап йөрөй инем. Хәҙер иһә, көршәк ярсыҡтарына ҡарап, бының тағы ла боронғораҡ, хатта беҙҙең эраға тиклемге X – IX быуатҡа тура килмәйме икән тигән шик бар. Ғөмүмән, бындай ҡәберлектәр – тарих өсөн ҙур хазина. Иң мөһиме – уларҙы ваҡытында табып, өйрәнеү. Әлеге ҡурғандар ҙа биш-алты йылдан бөтөнләй юҡҡа сығыр ине. Уйлап ҡарағыҙ: был баҫыу өҫтөндә бит бихисап техника эшләй, яҙлы-көҙлө ер әллә нисә тапҡыр эшкәртелә.
— Урындағы халыҡ һеҙҙең ниәтегеҙҙе аңлап ҡабул иттеме?
— Ысынын әйткәндә, беҙҙе әлеге экспедицияны үткәреүгә Миәкә районының тирә-яҡты өйрәнеүселәре Илгиз Йәһүҙин, Сабир Ғүмәров һәм Зәйнулла Насиров дәртләндерҙе. Уларҙың саҡырыуы буйынса килдек. Форсаттан файҙаланып, Шатмантамаҡ ауылы халҡына, Елдәр ауыл хакимиәтенә, “Урал” ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Зөфәр Әһлиуллинға рәхмәт еткерәбеҙ. Әйткәндәй, тәүге мәлдә ҡаҙыныу эштәрендә Елдәр, Ҡырғыҙ-Миәкә мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары ярҙам итте. Ғөмүмән, был яҡтарҙа бик ихлас, ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй. Бер айҙан ашыу булдыҡ, ауыл халҡы һөт-ҡаймаҡтан, бал-майҙан өҙмәне.
Ғөмүмән, был төбәк ҡомартҡыларға бай һәм шуның менән тарихсыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Хәтерегеҙҙәлер, бынан бер нисә йыл элек археологтар билдәле кешеләрҙең боронғо ҡәберлектәренә юлыҡҡайны инде. Мәҫәлән, урындағы тирә-яҡты өйрәнеүселәр Ҡырғыҙ-Миәкә янында табылған исемһеҙ ҡәберлектә Себерҙе яулап алған казак атаманы Ермак ерләнгән тип бара. Бәлки, Шатмантамаҡ ҡурғанын тағы ла билдәлерәк кеше төйәк иткәндер...