Йылмайып-көлөп кенә29.08.2015
– Атай, буш шешәләрҙе тапшырып, мәкле булка алып ҡайтайым әле…
– Ал, улым, ал. Мин булмаһам, нимә ашар инегеҙ?
* * *
Филармонияла сәхнә эшселәре һөйләшә:
– Ниңәлер Гөлниса Үтәбаеваның кәйефе юҡ. Концертта үҙенә алты гөлләмә бүләк иттеләр.
– Ул бит етәүҙе алырға аҡса биргән булған.
* * *
– Әйтегеҙ әле, миңә операцияны танылған профессор Ҡараюлов әфәнде үҙе яһай, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?
– Ни эшләп дөрөҫ булмаһын! Скальпелде нисек тоторға онота башлағас, биш-алты йылға бер операция яһай ул.
* * *
– Ирегеҙ балыҡҡа бик оҙаҡҡа киттеме?
– Оҙаҡҡа түгелдер ул, был юлы дуҫы менән икеһенә дүрт кенә ярты алғандар.
* * *
Прокурор:
– Гражданин, һеҙгә бөтөнләй бүтән кешегә өйләнеп, тормошоғоҙҙо яңынан башлап ҡарарға кәрәк.
– Шулай итеп ҡарағайным да ул, ялған документтар менән йәшәгән өсөн өс йылға ултыртып ҡуйҙылар бит.
* * *
Ике ялҡау һөйләшә:
– Һин сәғәтеңде йәйге ваҡытҡа күсерҙеңме?
– Юҡсы.
– Нисек ваҡытты беләһең?
– Мин уны көҙ көнө лә күсермәгәйнем.
* * *
Судья:
– Иптәштәр, һеҙ был бәхәсте судҡа мөрәжәғәт итмәйенсә генә хәл итә алыр инегеҙ бит…
– Итер инек тә ул, полиция ҡыҫылып, эште боҙҙо.
* * *
Офиста телефон шылтырай:
– Алинаны саҡырығыҙ әле, зинһар.
– Ҡайһыһын саҡырайым? Беҙҙә алты Алина эшләй бит…
– Улайһа, Миләүшәне саҡырығыҙ.
* * *
– Элек ҡатын этебеҙҙе миңә ҡарағанда яҡыныраҡ күрә ине. Ә хәҙер ул урынды мин яуланым.
– Нисек итеп өлгәштең был ҡаҙанышҡа?
– Эт иркәләнеп, боҙолоп бөттө. Хәҙер ҡатын бешергән ризыҡтарҙы үҙһенмәй, ә мин ашайым.