(З. Тимербулатов, “Балыҡ ҡына түгел”, 2015 йыл, 5 июнь)
Халыҡ көсө менән булдырып, йүнәтеп алынған, әле лә яҡшы тәрбиәләнгән быуаға ситтәрҙең килеп, эргә-тирәһен ҡыйлауына әсенеп, һыу ятҡылығының
киләсәге хаҡында борсолоп яҙылған хатҡа Ишембай районы хакимиәтенән яуап килде.“Мәҡәләлә һүҙ барған быуа Яңы Әптек ауылынан бер саҡрым тирәһе алыҫлыҡта урынлашҡан. Ундағы һыу кимәле тотороҡло түгел, яуым-төшөм мәлендә үҙгәреп тора. Тиҫтә йылдар дауамында халыҡ бында малын һыу эсерергә йөрөттө, — тип хәбәр итә район хакимиәте. — Ысынлап та, заманында плотина ташҡындан зыян күрҙе – емерелде, һуңынан уртаҡ көстәр менән йүнәтелде. Әммә мәҡәлә авторының – яҡташыбыҙҙың — Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре килеп тикшереп, быуаны яңынан монтажларға ҡушыр тип борсолоуы урынһыҙ. Сөнки был һыу ятҡылығының килеп сығышы тәбиғи, шулай уҡ, республиканың “Ростехнадзор” идаралығынан һәм Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдереүҙәренсә, ул гидротехник ҡоролма булараҡ иҫәпкә алынмаған. Быуаның тығын арматураһы юҡ, һыу, билдәле кимәлгә етһә, үҙе ағып төшә. Плотина әле ҡәнәғәтләндерерлек хәлдә”.
Тимәк, быуаға ҡурҡыныс янамай. Ә шулай ҙа ауыл халҡының күңел һалып тәрбиәләгән ял, балыҡ ҡармаҡлау урынын башҡалар ҙа ихтирам итеп, таҙа, матур ҡулланһындар ине тигән теләктә ҡалабыҙ.
Г. ҒӘБИТОВА әҙерләне.