Тәҡдимдәрегеҙ бик дөрөҫ28.08.2015
Киҫкен мәсьәләгә бәйле Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан яуап килде. Унда былай тиелә:

“Автор тарафынан күтәрелгән проблема бик мөһим. Әле Рәсәйҙә, шул иҫәптән респуб­ли­ка­быҙ­ҙа ла, ҡалдыҡтарға идара итеү алымы, сүп-сарҙы эш­кәртеү менән шөғөлләнгән ҙур произ­водстволар юҡ. Һөҙөмтәлә рөхсәтһеҙ сүплектәр барлыҡҡа килә. Өҫтәүенә халыҡтың экологик мәҙәниәте лә аҡһай.
Ҡалдыҡтарға бәйле вәкәләт муници­палитет­тарға йөкмәтелгән. Киләһе йылдан федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр ғәмәлгә инәсәк. Уларға ярашлы, сүплек мәсьәләләре менән ил төбәк­тә­ре шөғөлләнәсәк. Министрлыҡтың фекерен­сә, был тармаҡҡа сүп-сар эшкәртеү ком­плекс­тары төҙөү проекттары менән инвесторҙар килергә тейеш.
Әлегә Тәбиғәттән файҙа­ланыу һәм экология министрлығы был өлкәгә күҙәтеү эшен генә тормошҡа ашыра. Быйыл министрлыҡ тарафынан 528 рөхсәтһеҙ сүплек теркәлде, тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙ­ғандарға 1,2 миллион һумдан ашыу штраф һа­лынды. Инспек­тор­ҙар­ҙың күрһәтмәһенә ярашлы, 350 сүплек ябылды.
Министрлыҡ экологик белем биреү мәсьә­ләһенә ҙур иғтибар бирә. Йыл һайын ошо йәһәттән слеттар, төрлө бәйгеләр, акциялар үткәрелә. Саралар республиканың Мәғариф ми­нистрлығы менән берлектә ойошторола. Дөйөм белем биреү учреждениеларында өсөнсө йыл инде “Аң экологияһы көнө” проекты тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, экология дәрестәре үт­кәрелә. Мәҫәлән, быйыл проектҡа 600-гә яҡын мәктәп йәлеп ителде, ике мең самаһы дәрес уҙғарылды, уларҙа биш мең бала ҡатнашты.
Мәҡәлә авторы проблеманы хәл итеү йәһә­те­нән тәҡдим иткән алымдар бик дөрөҫ. Ми­нистр­лыҡ был йүнәлештә эш алып бара. Ләкин экологик саралар үткәреүҙең һөҙөмтәһен бер аҙ көтөргә кәрәк. Был йәһәттән балалар баҡса­һында, мәк­тәптә, институтта һәм башҡа кимәлдәрҙә эш алып барыу шарт”.

Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.





Вернуться назад