“Туймазы-Арена”ны – үҙ хоккейсыларыбыҙға!28.08.2015
Республикала спортты үҫтереү буйынса программаға ярашлы, 2013 йылда ҡалабыҙҙа Боҙ арена төҙөлдө. Унда төрлө йәштәгеләр өсөн хоккей, фигуралы шыуыу буйынса секциялар эшләй башланы. Коллектив та юғары квалификациялы, оҫта тренерҙарҙан тупланған.

Аренала шөғөлләнеүселәр ҡала, республика кимәлендә үткән бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһай башланы, командалар төҙөлдө. Әммә быйыл йәй аҙағында ғәжәп хәлгә тарыныҡ: бала­ла­ры­быҙ­ҙың күнекмәләре 3 – 7 августа 13.15-тән 14.15 сәғәткәсә тәғә­йен­лән­гән ине, тик 5 августа Боҙ аренаһы етәкселеге тарафынан улар­ҙы үткәреү тыйылды. Шуныһы “ҡыҙыҡ”: арена ҡәҙимге режимда эшләүен дауам итә, һәм унда илдең төрлө тарафтарынан килгән спортсылар шөғөлләнә. Ә 2002, 2004, 2005 йылдарҙа тыуған малайҙарҙан тупланған “Девон” хоккей командаһы өсөн боҙ бөтөнләй юҡ.
Физкультурниктар көнө уңайынан 9 августа Туймазы ҡалаһы хакимиәте тарафынан иртәнсәк сәғәт 8-ҙән 11-гәсә боҙҙа йөрөү мөмкинлеге бирелгәйне, әммә арена етәкселеге, сәбәбен аңлатмайынса, был шатлыҡтан да мәхрүм итте.
Ҡаланың, республиканың данын күтәрәсәк балалар – өмөтлө хоккейсыларыбыҙ — оҫталығын арттырыу хоҡуғына эйә, тик даими үткәрелмәгән күнекмәләр бар тырышлыҡты юҡҡа сығара. Аренала барған аңлашылмаусанлыҡҡа асыҡлыҡ индереүҙә ярҙам һорайбыҙ.

“Девон” командаһы ағзаларының
ата-әсәләре исеменән
А. ШАФИҠОВ, Р. ҒӘЛИУЛЛИН
(йәмғеһе 14 ҡултамға).





Вернуться назад